Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Декабрь 2018, 02:00

Ит үткәргескә хужа табылды!

Гәзиткә яҙылыусыларҙың бәхетен һынап, квитанцияларҙы уйнатыр мәл етте, дуҫтар. Быйылғы бүләктәр шул тиклем күп, ә үҙҙәре береһенән-береһе шәп. Уларҙы күреү менән, мин гәзит уҡымайым, тигәндең дә “Торатау”ға яҙылғыһы килмәй булмаҫ. Бүләктәрҙе быға тиклем оттормай тороуыбыҙҙың сәбәбе ябай – һеҙҙең гәзиткә яҙылыуығыҙҙы көттөк.

Гәзиткә яҙылыусыларҙың бәхетен һынап, квитанцияларҙы уйнатыр мәл етте, дуҫтар. Быйылғы бүләктәр шул тиклем күп, ә үҙҙәре береһенән-береһе шәп.


Уларҙы күреү менән, мин гәзит уҡымайым, тигәндең дә “Торатау”ға яҙылғыһы килмәй булмаҫ. Бүләктәрҙе быға тиклем оттормай тороуыбыҙҙың сәбәбе ябай – һеҙҙең гәзиткә яҙылыуығыҙҙы көттөк.


Инде һуғым ваҡыттары етеүен иҫәпкә алып, сит илдә етештерелгән бик елле электр ит үткәргесен эйәле иттек ошо көндәрҙә. Әптек ауылынан Светлана Хәмитова эләктерҙе тәүге бүләкте! Уның ауыл еренән икәнен белгәс, үҙебеҙ отҡандай ҡыуандыҡ, ни тиһәң дә, ауылда йәшәгәндәр мал тота, һуғым һуя. Кистән шылтыратыуыбыҙ булды, бүләк хужаһы иртәнге автобус менән килеп тә етте. Яҡындан танышабыҙ. Светлана Марат ҡыҙы - Әптек ауылы клубы хеҙмәткәре, ә уға тиклем урындағы почта бүлексәһендә 7 йыл почтальон булып эшләгән.

- Район гәзитен оҙаҡ йылдар алдырһам да, бер ҙә отошҡа ебәрергә баҙнат итмәнем. Үҙем почтала эшләгәнгә ҡыйынһындыммы икән. Һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, аҙаҡҡы йыл алдырманым, әллә ни эшләп гел рус телендә сыҡҡан гәзит-журналдарға ғына яҙылғанмын. Быйыл октябрь айында почтальоныбыҙ Ирина, ташламалы хаҡҡа яҙылыу бара, яҙыл, осһоҙ бит, тип квитанция тоттороп китте. Бәлки, бүләк тә оторһоң, тигәс, ҡалаға баҙарға барғанда уны редакцияға индереп сыҡтым. Лотерея алғылайбыҙ ирем менән, әммә бәләкәй генә, лотерея хаҡылай булһа ла аҡса отҡан юҡ. Шулай ҙа отошта ҡатнашһаң, бер булмаһа, бер булырына, йондоҙнамәгә ышанабыҙ. Ҡыҙыҡ та инде, кеше һәр саҡ ышаныс менән йәшәргә тейеш.


Ит үткәргесем ватылғайны, бик шәп булды әле бүләк. Оҙаҡламай һуғым һуябыҙ. Ғаиләмде билмән, кәтлиттәр менән һыйлармын, - тип һөйләне ихлас шатланып Светлана. - Беҙҙеңяҡҡа юлығыҙ төшһә, керегеҙ, һеҙҙе лә һыйлап сығарырмын, - тип тә өҫтәне.


Үәт, шулай, дуҫтар. Күрҙегеҙме, күҙегеҙ ҡыҙҙымы? Был бәхеттең һеҙгә лә йылмайыуы бар. Бының өсөн ни эшләргәме? 2019 йылға “Торатау” гәзитенә яҙылып, квитанцияһын редакцияға ебәрергә генә кәрәк.



Фото: автор.


Читайте нас: