Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Ноябрь 2018, 02:00

Тыуып-үҫкән илкәйемде ташларға тура килде

Октябрь айының баштарында отпуск алғас та, ғаиләһе менән яңы ғына Санкт-Петербург ҡалаһына күсеп киткән оло ҡыҙыма ҡунаҡҡа юлландым. Балаларым мине ҡолас йәйеп ҡаршы алды, көн һайын ҡаланың әле бер, әле икенсе тарихи урындары менән таныштырҙы. Башҡа ҡалаларҙа, хатта сит илдә булһам да, Рәсәйҙең иң боронғо ҡалаһына килеүем тәү тапҡыр ине. Журналист кеше ҡайҙа ла журналист инде! Ҡунаҡҡа килеүемдең икенсе көнөнә 5 миллиондан артыҡ халыҡ йәшәгән ҡалала яҡташтарымды эҙләй башланым. Таптым бит, әй! Башҡортостандан булыуҙары етмәгән, береһе күрше Маҡар ауылынан һәм, ышанһағыҙ-ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ - юҡ, икенсеһе - үҙемдең уҡытҡан уҡыусым.

Олораҡ быуын вәкилдәренән «Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә, ейәһе ризығының ҡайҙа сәселгәнен берәү ҙә белмәй», йәки «Яҙмыш бәндәне ҡайҙа ғына ташламай» тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеткәнебеҙ бар. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, моғайын да, ситкә кейәүгә бирелгән ҡыҙҙар, йәиһә тыуған илен һаҡлап, яу сапҡан ир-егеттәр яҙмышы күҙ уңында тотолғандыр. Тыныс, имен тормошта тыуған ереңде ташлап, үҙ теләгең менән ҡайҙалыр сит илгә сығып китеүҙе башына ла индермәгәндер өләсәй-олатайҙарыбыҙ.



Ниңә ситкә сығып китәләр?


Бөгөн ситкә сығып китеүҙең төрлө сәбәптәре бар. Берәүҙәрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе, заманса белем алыу уйы ылыҡтырһа, икенсе берәүҙәре - балалар үҫтереү һәм уҡытыу, өсөнсөләре матди байлыҡ арттырыу йәки сәйәхәт итеү, донъя күреү уйы менән ситкә юллана. Ситкә эшкә йөрөүселәрҙең йылдан-йыл арта барыуын уйлаһаң, ирекһеҙҙән сит ил тормошон үҙебеҙҙеке менән сағыштыра башлайһың. Ысынлап та, ситтә барыһы ла яҡшымы һуң, әллә инде «Фәлән ерҙә алтын бар, барһаң, баҡыры ла юҡ», тигән һүҙ дөрөҫөрәкме? Хәйер, нимәнелер баһалар өсөн бөгөнгө тормошто үткән йылдар менән сағыштырып ҡарау ҙа етә. Үҙгәрештәрҙе танымау мөмкин түгел. Зарланырға яратыу әллә ҡаныбыҙға һеңеп бара, әллә кешенең нәфсе тигәне йылдан-йыл аҙа барамы? Аҡса юҡ, тигән һүҙҙе өс ҡатлы һарайҙай йорт төҙөп ултыртҡаны ла, диңгеҙ буйынан ҡайтып инә белмәгәне лә, атай-олатайҙарҙың төшөнә лә инмәгән затлы машинала елдергәне лә ҡабатларға ярата.



Ҡайҙа ғына йөрөмәй, ниҙәр күрмәй ир-егеткәйҙәрҙең баштары

Һандарға күҙ һалайыҡ әле: быйыл ғына йыл башынан Башҡортостандан сит ерҙәргә 41 меңдән ашыу кеше сығып киткән. Был кешеләрҙең яртыһынан күбеһе Төмән өлкәһенә һәм Ханты-Манси, Ямал-Ненец автоном округтары, Силәбе, Свердловск өлкәһендә эшләп йөрөй. Күберәк ауыл һәм бәләкәй ҡалалар халҡы ситтә йөрөргә мәжбүр. Бөтөнләй күсеп киткән Башҡортостан халҡы башлыса Мәскәү һәм Санкт-Петербургта төпләнә. Рәсми һандарға таянһаҡ та, сағыштырыуҙар үткәрһәк тә, яҡташтарыбыҙҙың күпләп ситкә эшкә йөрөүе факт булып ҡала. Арабыҙҙа байҙар, урта хәллеләр һәм ярлылар ҡатламы барлығын иҫәпкә алһаң, бының сәбәптәрен еңел генә аңлата ла алмайһың. Кемдер айына 10-15 мең эш хаҡына ла шөкөр итеп, уны барыһына ла еткереп йәшәй, икенсе береһенә 100-әр мең һум түләнгән эш кәрәк, ә өсөнсө берәүҙәре бөтөнләй эш урыны таба алмай.



Нимәлер юғалтабыҙ, нимәлер табабыҙ

«Таяҡтың башы ике осло ул», - ти торғайны өләсәйем. Ул һүҙҙәрҙең мәғәнәһен нығыраҡ олоғайғас ҡына аңланым шикелле. Себергә оҙон аҡса артынан сығып китеп, ауыр эштә эшләп, һаулыҡтарын юғалтып ҡайтҡан йәки ғүмерҙәре шунда өҙөлөп, табуттарҙа ҡайтарылған ир-егеттәребеҙ аҙмы ни? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр бер ауылдан бар ундайҙар. Һуғыш ваҡытындағы кеүек күпме тол ҡалған ҡатындар, йәтим балалар... Һәммәбеҙгә лә уйланырға, ниндәйҙер һығымта яһарға урын бар.



Санкт- Петербургта осрашыу

Октябрь айының баштарында отпуск алғас та, ғаиләһе менән яңы ғына Санкт-Петербург ҡалаһына күсеп киткән оло ҡыҙыма ҡунаҡҡа юлландым. Балаларым мине ҡолас йәйеп ҡаршы алды, көн һайын ҡаланың әле бер, әле икенсе тарихи урындары менән таныштырҙы. Башҡа ҡалаларҙа, хатта сит илдә булһам да, Рәсәйҙең иң боронғо ҡалаһына килеүем тәү тапҡыр ине. Журналист кеше ҡайҙа ла журналист инде! Ҡунаҡҡа килеүемдең икенсе көнөнә 5 миллиондан артыҡ халыҡ йәшәгән ҡалала яҡташтарымды эҙләй башланым. Таптым бит, әй! Башҡортостандан булыуҙары етмәгән, береһе күрше Маҡар ауылынан һәм, ышанһағыҙ-ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ - юҡ, икенсеһе - үҙемдең уҡытҡан уҡыусым. Интернет, телефон заманы бит! Осрашаһы урын, көнө билдәләнде. Бөтә донъямды онотоп, яҡташтарым менән осрашыуға сығып та киттем. Буш ҡул менән түгел! Сумкамда Маҡар урман хужалығы “Иван-чай с Южного Урала” атамаһы аҫтында етештергән шифалы боланут сәйе һәм, әлбиттә, “Торатау” гәзитенең бер нисә һаны. Метронан сыҡҡас та, йылмайып ҡарап торған үтә лә һөйкөмлө ҡатында Тәнзилә Ҡотлобаеваны төҫмөрләнем. Ул минән бер генә класс түбән уҡығайны. Ә уҡыусым Дилара Анисова (Файзрахманова) мине үҙе танып ҡосаҡлап алды. Уларҙы күрмәгәнгә ун йыллап ваҡыт үткәндер. Артабанғы һөйләшеүебеҙ кафела дауам итте.


- Бер кем дә тыуып үҫкән еренән иреккәндән үҙ теләге менән сығып китмәй. Теләйһеңме-юҡмы, ҡай саҡта Хоҙай баҫмаған ереңә баҫтырып, асмаған ишегеңде лә астырта. Ҡасандыр үҙем дә сумкалар тултырып, эш эҙләп сығып китермен тип башыма ла индермәнем, - ҡарашын алыҫтарға төбәп, шулай башланы һүҙен Тәнзилә. - Ирем менән 30 йыл Маҡар ауылында йәшәнек, 4 балабыҙ бар. Өс улым хәҙер үҙаллы донъя көтә. Кесе ҡыҙым бында үҙем менән, 8-се класта уҡый. Ауылда эш юҡлығын беләһегеҙ. Бынан бер нисә йыл элек апайым менән Питерға килгәйнем. Аҙмы-күпме булһа ла аҡса табып, балаларға ярҙам итеү уйы менән торҙом да ҡалдым. Килемле эш табыу бында ауыр түгел. Ике урында эшләйем. Аҡсаны балаларыма ла ебәрәм, бында фатир өсөн түләргә лә, рәхәтләнеп тотонорға ла етә.


- Тыуған яҡтар һағындырмаймы ни? Тауышым бер аҙ ҡырыҫыраҡ сыҡҡанға үҙем дә аптырап киттем. Тыуған яҡтан айырылып йәшәүҙе күҙ алдыма ла килтерә алмағанға, ошо һорауҙы бирергә ашыҡтым.


- Кешене нужа йөрөтә, - тине ул. - Нисек һағындырмаһын, һағындыра. Үҙәктәрем өҙөлә ҡайһы саҡ. Ауылға ҡайтып, аҡсаһыҙ йәшәгәнде күҙ алдыма килтерһәм, ауыр булып китә. Өйрәндерҙе инде. Бында бит күрше тирә-яҡ ауылдарҙан ғына, мин белгәне, ике тиҫтәнән артыҡ ҡатын- ҡыҙ эшләп йөрөй. Улар менән осрашып, күрешеп, бер-беребеҙҙең хәлдәрен белешеп торабыҙ. Маҡар ауылында бына тигән йорт та һалып ингәйнек. Алыҫта йәшәһәм дә тыуған яғымды бер генә минутҡа ла онотҡаным юҡ. Бәйләнештә сайтында “Торатау” гәзите төркөмөнә инеп, көн дә район яңылыҡтарын уҡып барам. Бер генә битен дә ҡалдырмайым.


Ә бына уҡыусым Дилараның яҙмышы бөтөнләй башҡаса. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө ҡалаһындағы аграр университетҡа уҡырға инә. Йәйге каникулында Питерҙа практика үткәндә йүнселлек эше менән ҡыҙыҡһына башлай.


- Өфө ҡалаһынан Питерға мин осраҡлы ғына килеп сыҡтым. Бында ҡалып төпләнермен тигән уй башыма ла инмәне. Өфө ҡалаһын тәү күреүҙән яраттым. Ә бында килгәс, иҫ киткес матур баҡсалар, скверҙар, архитектура ҡомартҡылары булған ҡалаға ғашиҡ булдым. Питерҙа хатта тын алыуы ла еңел, саф һауа. Ә ҡаланың матурлығын әйтеп тә тораһы түгел. Йәштәр өсөн бик күп юғары уҡыу йорттары, бушлай шөғөлләнә торған мәктәп-студиялар күп. Питерҙан Финляндияға тиклем 250 км самаһы, тимәк, сит илгә сығып аралашыу, сит телдәр өйрәнеү мөмкинлеге лә бар. Ә күперҙәрҙең күплеге һуң! Улар айырылғанды ҡарап торорға яратам. Аҡ төндәр - торғаны бер мөғжизә инде! - тип ихласлыҡ менән һөйләгәндә хатта еңелсә генә үпкәләп тә ҡуйҙым уға. Беҙҙә лә бына тигән! Матурлыҡтыҡты күрә, тоя белергә генә кәрәк, тигән уйҙар үтте башымдан.


- Ҙур ҡалала нимә менән шөғөлләнәһең? - тип һораным Диларанан.

- Ресторан бизнесында һигеҙ йыллыҡ тәжрибә туплап, фитнес өлкәһендә ике йыл эшләп, 2016 йылда үҙемдең бәләкәй генә эшемде астым - фитнес клубта минең бәләкәй генә рестораным бар, - ти ул ғорурлыҡ менән. Мине бәләкәйҙән аҡса ҡәҙерен белергә өйрәттеләр. Ата-әсәйем хәлле кешеләр булһалар ҙа, аҡсаны үҙем эшләп табыу теләге мине ошо ҡалаға алып килде. Мөхәббәтемде лә Питерҙа таптым. Йылына бер нисә тапҡыр ата-әсәйем, апайҙарым янына ҡайтып торабыҙ. Улар үҙҙәре лә беҙгә ҡунаҡҡа килә. Бөтөнләйгә ҡайтыу тураһында уйлағаным юҡ, - тине уҡыусым.


Ҡалған ваҡытты яҡташтарым менән бергә үткәрҙек. Питер халҡының ҡунаҡсыллығы, ябайлығы мине лә арбаны. Әммә ләкин, йөрөгән юлдарыма алтын һипһәгеҙ ҙә бында йәшәй алмам, - тип, тыуған яғымды, туғандарымды, дуҫтарымды, яратҡан эшемде һағынып ҡайтып та киттем. Тик йөрәгемдең яртыһы балаларым янында ҡалды.


Төрлө фекерҙәр ишеттем әңгәмәселәремдән. Ситтә йөрөүҙең ыңғай һәм кире яҡтары буйынса төрлө дәлилдәр, һандар килтерҙем. Яҡташтарымдың ни өсөн ситкә тартылыуының сәбәптәрен һәр кем үҙенсә аңлар һәм һығымтаны ла дөрөҫ яһар, тип уйлайым. Ошо сетерекле тема буйынса гәзит уҡыусыларҙың үҙҙәренән дә фекерҙәр ишетергә теләр инем.






Фото: автор.


Читайте нас: