Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Ноябрь 2018, 02:00

“ТОРАТАУ” ҠУНАҠҠА ЙЫЙҘЫ таҡмаҡ ҡойоусыларҙы

Редакциябыҙ уҙған йома гөрләп торҙо. “Таҡмаҡ әйтеп кенә бүләкле бул!” конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү ике яҡ өсөн дә ҙур бер байрамға әүерелде.

Редакциябыҙ уҙған йома гөрләп торҙо. “Таҡмаҡ әйтеп кенә бүләкле бул!” конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү ике яҡ өсөн дә ҙур бер байрамға әүерелде.


“Торатау” гәзитенең баш мөхәррире Гөлнур Дәүләтйәрова төрлө тарафтан килеп еткән “таҡмаҡсыларға” – әүҙемлектәре, дәрттәре менән күптәргә өлгө булған гәзит уҡыусыларыбыҙға - ихлас рәхмәтен белдерҙе. Уның телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ үҫеше милли матбуғатты күтәреүгә ныҡ бәйле булыуы хаҡында әйткәндәрен дуҫтарыбыҙ күңел төбөнә һалып ҡуйғандыр, тип ышанабыҙ. Гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда әйләнәтирәләгеләргә был эштең әһәмиәте хаҡында аңлатырлыҡ һүҙҙәр ҙә табыу мөһим.


- Эш бүләктәрҙә лә, кемдең ниндәй урын алыуында ла түгел, һеҙ - гәзит менән уҡыусы араһында хеҙмәттәшлек өлгөһөн күрһәттегеҙ. Видео ебәреүсе ауыл мәҙәниәт йорттары һәүәҫкәрҙәренә айырым рәхмәт, әллә күпме кешене ойоштора, дәртләндерә алдығыҙ! – тине Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙы редакцияның маҡтау грамоталарын һәм бүләктәрен тапшырып.


Ҡунаҡтарыбыҙ, үҙ сиратында, “Торатау”ға рәхмәттәрен, кәңәш-теләктәрен яуҙырҙы. Беҙҙең өсөн, гәзит үҫеше өсөн тап ошо ҡиммәт!


- Гәзиттең һәр һанын көтөп алабыҙ, Бәйләнештәге төркөмөн күҙәтеп барабыҙ. Конкурстарығыҙ халыҡсан, сәмләндереп ебәреүсән. Нисәнсе тапҡыр ҡатнашабыҙҙыр, береһенән дә бүләкһеҙ ҡалған юҡ, - тине Алаҡай ауылынан Сәлимә Герасименко.


- Һеҙҙең видео иң күп комментарий йыйған, ауылдаштарығыҙ әүҙемлегенә хатта көнләшеп ҡуйҙыҡ, - тип белдерҙе этҡолдар алаҡайҙарға. Этҡол китапханасыһы Гөлдәр Йәрмөхәмәтоваға “лайыҡтар” йыйырға өйрәтергәме һуң инде! Район, хатта республика кимәлендәге конкурстар уртаһында ҡайнап, оҫтарып бөткәндәр бит улар. Килешле итеп селтәр, ҡашмау кейеп килгән Рәйсә апай Кәримова киләһе йыл 80 йәшен ҡаршыларға йыйына икән. Ҡотлашҡандан һуң күмәкләп таҡмаҡ әйткәндә уның бейергә төшөүе тарихҡа инде – видеоны күптәрегеҙ күргәндер!

Табын артына йыйылып, ҡунаҡтар менән йыр һуҙҙыҡ, яңылыҡтар менән уртаҡлаштыҡ, эшебеҙҙә таяныс булырҙай кәңәштәр ишеттек. Ә өҫтәлебеҙ ҡунаҡтарыбыҙ килтергән күстәнәстәрҙән һығылып торҙо. Ҡыҙыл эремсек, еләктән, ҡарағаттан бәлештәр, ҡаймаҡ менән ҡорот, сәк-сәк - магазин тәм-томо ары торһон! Күрәһең, “Торатау”ҙы тап шундай уңған, егәрле, дәртле кешеләр алдырып уҡый! Халҡыбыҙҙың ихласлығы, бай күңеле тағы бер һоҡландырҙы. Вәлимә Йомағолова, Рәйсә Кәримова йырлауын таң ҡалып тыңланыҡ, мөхәрриребеҙ менән хәбәрсе Хәнә Мәҡсүтова ла махы бирмәне - ҡунаҡтарыбыҙға йәшлек йырҙарын бағышланы.


Ҡыҫҡаһы, дуҫтар, бергә булайыҡ, беҙ, “Торатау”ҙар, тормошоғоҙға сәм, ғәм өҫтәргә тырышып ятабыҙ, һеҙҙең дәәүҙем, рухташ булыуығыҙға ышанабыҙ!





Фото: автор.





Конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙе ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://vk.com/topic-23747558_39382580

Читайте нас: