“Ғаилә альбомынан” тип аталасаҡ ул. Аҙым һайын фотоға төшкән заманда ла һәр беребеҙғаиләһендә ҡәҙерләп һаҡланған фоторәсем бар. Уларҙа атай-әсәйҙәребеҙҙең йәш сағы, быуындар бәйләнеше, ҡабатланмаҫ бер мәл... Конкурс шарты буйынса “Торатау” гәзитенең Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмөнә (
https://vk.com/gazeta_toratay) бер ғаилә фотоһы тәҡдим итеүегеҙҙе һәм ғәзиз кешегеҙгә бәйле мәғлүмәт, ниндәйҙер ваҡиғаға бәйле йылы хәтирәләр менән уртаҡлашыуығыҙҙы һорайбыҙ. Иң эстәлекле фото ебәреүсене һеҙҙең менән бергә билдәләрбеҙ. Фотоконкурс
21 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Ысындан да, бүләкле булыуҙан бигерәк, конкурс яҡындарыңды ҡыуандырыу, ғаиләңде ҙурлау мөмкинлеге бирә. Оло быуында һаҡланған фотоларға иғтибар итеүегеҙҙе, олатай-өләсәйҙәрегеҙ менән кәңәшләшеүегеҙҙе лә һорайбыҙ. Төркөмгә фото һалышыуҙа ла ейән-ейәнсәрҙәр ярҙамы кәрәгеүе ихтимал.