Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Ноябрь 2018, 02:00

Ауылға бер ҡайтып киләйек!

«Торатау» гәзите журналистары, һалҡын көҙгө көндәргә ҡарамай, ауылдар буйлап сәфәрен дауам итә. Ә мин - күктең етенсе ҡатында! Был юлы минең тыуған ауылыма, Һарғайға юл тотасаҡбыҙ!

«Торатау» гәзите журналистары, һалҡын көҙгө көндәргә ҡарамай, ауылдар буйлап сәфәрен дауам итә. Ә мин - күктең етенсе ҡатында! Был юлы минең тыуған ауылыма, Һарғайға юл тотасаҡбыҙ!


Тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан ер, беренсе мөхәббәт, тыуған йортом нигеҙе, ҡәҙерле кешеләрем атайым, әсәйем ҡәбере... Йөрәгем өҙөлә, тамаҡҡа әсе йәштәр төйөлә. Шулай ҙа мин бәхетлемен. Ҡәләмдәш дуҫтарым тыуған ауылымдың иң изге күңелле, матур кешеләре менән танышасаҡ, Ер йөҙөндәге иң матур ауылды күрәсәк!


Юлда барғанда әңгәмәгә лә ҡушылмай, уйымда ғына йөҙ тапҡыр ауылыма ҡайтып урарға ла өлгөрҙөм. Машина яйлап ҡына Өҙөк тауына күтәрелә. Ә мин һағышлы күҙҙәрем менән таныш ҡайынҡайҙы эҙләйем. Йылдар үткән һайын, тағы ла олпатлана төшкән был ағасты әллә ҡайҙан таныйым. Йәшлегебеҙҙең иң матур мәлендә уның янында тәүге мөхәббәтем менән бер- беребеҙҙе мәңгегә яратырға һүҙ биргәйнек тә бит! Ауылым, ауылҡайым! Урамға килеп ингәс тә, ирекһеҙҙән, һул яҡҡа ҡарайым. Ҡасандыр, зәңгәр тәҙрәләре менән әллә ҡайҙан балҡып ултырған өй урынында, һерәйеп ҡалған нигеҙ, беҙҙең өйҙөң нигеҙе. Һәр йорт таныш, ҡәҙерле. Ҡасандыр һүнеп барған ауылды танырлыҡ та түгел. Ҡыйыҡтары сағыу төҫтәге заманса материал менән ябылған, рәт-рәт булып теҙелгән береһенән-береһе ҡупшы, яңы йорттар, мине таныйһығыҙмы тигәндәй, маһайып ултыра. ”Торатау”ҙарҙың һоҡланыулы ҡараштарын тоям. Шулай булмай ни!


- Бына был яңы йорт минең күршем Нурияныҡы, быныһы - Таһир ҡустыныҡы, анау яңы һалған йортҡа Ғәфүр ағайымдар күсеп ҡайтҡан. Ә быныһын класташым Фәнил ремонтлай башлағайны, ҡапыл ғына гүр эйәһе булды, өлгөрмәне. Ә тимер ҡапҡалы йортта Фәһим менән Минзилә йәшәй. Заманында ауылдың иң сибәр егете ине, оҫта йырсы, гармунсы. Хәтеремдә, кистәрен ат тышарға барғанда Рәүҙәк буйын яңғыратып “Уйыл”ды йырлап ебәрһә, бөтә ауыл хайран ҡалып тыңлай торғайны. Ғүмер буйы Себер тарафтарында эшләп, пенсияға сығып, ауылға ҡайтып төпләнде. Ә бынау ҡурсаҡ һымаҡ ҡупшы өйҙә минең йәшлек дуҫым Сәүиә Ситдиҡованың әсәһе Миңһылыу инәй йәшәй. Быйыл 80 йәшлек юбилейын үткәрҙе. Уның йәштәштәре Рәшиҙә менән Рауза инәйҙәр ҙә бына тигән итеп йәшәп ята, - тип ғорурланып һөйләйем мин, телем-телгә йоҡмай.


Ниһайәт, яратҡан уҡытыусым Баныу апаның өйөнә килеп туҡтаныҡ.

Өй ишеге асылып, унан тормоштоң ҡырыҫ елдәренә бер ҙә бирешмәгән уҡытыусым килеп сыҡты.


- Һай, үткән ғүмер... Юл аша сыҡҡан һымаҡ ҡына булды бит. Аллаға шөкөр, үкенерлек түгел, - тип һөйләп алып китте ул.


90 йәшен артмаҡлаған Баныу Ғарипованың кисерештәрен йотлоғоп тыңлайбыҙ. Теремек, уңған, бар кешелә тик яҡшылыҡты ғына күрә белгән мөғәллимә менән һөйләшеүе үҙе бәхет. Бала саҡтан кисергән тормош ауырлыҡтарын да ҡәҙерләп иҫкә алды ул. Ярты быуат ғүмерен башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүгә бағышлаған ҡәҙерле уҡытыусым ҙур йылылыҡ менән уҡытҡан мәктәбе, уҡыусылары тураһында һөйләне. Һаман да йәш, матур булып ҡалыуының серҙәрен дә ябай ғына аңлатты.


- Мин ауыл ҡыҙы. Ауылымдан ситкә китмәнем. Ғүмер буйы Һарғайҙан Иҫәкәйгә йәйәү йөрөп уҡыттым. Тормошто, кешеләрҙе яратам. Нисек кенә ауыр булмаһын, бирешмәнем, бөгөлмәнем, ныҡ булдым. Бер минут та буш ултырманым. Пенсияға сыҡҡас, Маҡар ауыл Советының ветерандар ойошмаһын етәкләнем. Олоғая төшкәс, намаҙға баҫтым. Мәсеткә йөрөйөм, - тине үҙ заманының иң алдынғы ҡарашлы кешеһе, район, республика, Рәсәй Федерацияһы мәғариф бүлектәренең маҡтау ҡағыҙҙарына, иң мөһиме, халыҡ һөйөүенә лайыҡ булған уҡытыусы.


Стәрлетамаҡтан күсеп ҡайтып, ауыл мәсетенең имам-хатибы булып эшләгән берҙән-бер улы Венерҙың, яратҡан килененең, ауылдаштарының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгән уҡытыусы һәр таңды изге теләктәр менән ҡаршылай, ер йөҙөндәге һәр тере йәнгә ихлас доғаларын йүнәлтә. Яратҡан гәзитен - “Торатау”ын уҡып бара, ил, донъя яңылыҡтары менән хәбәрҙәр. Уның оҙон, бәхетле ғүмерҙә йәшәү сере күңел-йөрәк сафлығына барып тоташалыр, күрәһең. Һаман да ауыл проблемалары менән янып-көйөп йәшәй ул. Ҡасандыр гөрләп торған клуб бер нисә йыл элек янып китә. Шулай ҙа ауылдаштарына ышанысы ҙур ағинәйҙең. “Фәрүр Вәлитов һымаҡ ир-егеттәр барҙа, һис шикһеҙ, мәҙәниәт усағын да төҙөп ҡуйырҙар әле, һаулыҡтары ғына булһын”, - ти ул.


Мәсет барлығы ауылды олпатландырып, бәрәкәт өҫтәп тора. Иманға ынтылышы ҙур булған ауыл халҡы был ваҡиғаны түҙемһеҙлек менән көткән. Ғибәҙәт йортон төҙөүгә күмәкләп көс һалған улар. Иманлы ерҙә бәрәкәт тә, татыулыҡ та бар, тиҙәр. Был йәһәттән дә һынатмаҫ ауылдаштарым. Ауыл эргәһенән таҙа һыулы Рәүҙәк йылғаһы ағып ята. Тау-таштарҙы йырып, ер аҫтынан килеп сыҡҡанғалыр ҙа, уның һыуы тәмле, таҙа. Ауыл кешеһе ғүмер буйы йылға һыуын эсә. Бәлки, шуғалыр ҙа, уларҙың һәр береһе йәш, оҙон ғүмерле.


Урам буйлап йәйәү үтәбеҙ. Әллә инде мин олоғайғанмын, әллә урам киңәйгән. Үҙем дә һиҙмәй, уйҙарым үткәндәрҙе барлай. Хәтеремдә, йәшлек дуҫым Нәфисә менән клубтан уйындан ҡайтҡанда таң әтәстәрен дә уҙҙырып, ҡысҡырып йырлай инек. Ә инде үҫеп, ҡалаға сығып киткәс, ауылды һағынып, автобустар йөрөмәһә лә, ел-ямғыр, ҡар-бурандарҙан да ҡурҡмай, аҙна һайын йәйәүләп ҡайта инек. Хәҙер ҙә шулай һағынып ҡайталармы икән? Урам буйлап йырлап үткән йәштәр бармы икән?


Ҡәләмдәштәрем иҫтәре китеп, бер- береһен уҙҙырып, ауылым тураһында кисерештәре менән бүлешкәндә, Фән Вәлиәхмәтовтың йыры иҫкә төштө: “Йоҡлағандар әйҙә йоҡлаһындар, ауылға бер ҡайтып киләйек!” Ә мин ауылдаштарымдың барыһына ла рәхмәтлемен! Ауылды нурлы иткәнегеҙ өсөн! Туған нигеҙегеҙҙе ҡоротмай, бына тигән йорттар һалғанығыҙ өсөн! Ауылыма йән, йәм өрөп, уны киләсәкле иткәнегеҙ өсөн! Мең йәшәгеҙ, ҡәҙерле ауылдаштарым!


Фото: Резеда Шәнгәрәева.


Читайте нас: