Барлыҡ ғүмерен Маҡарға арнай Разия апай. 37 йыл сауҙа өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыға. Ире менән 30 йыл бергә йәшәп, дүрт бала үҫтергәндәр. Уларҙың һәр береһе хәҙер төрлө яҡтарға таралып, үҙ аллы йәшәй. Тормош иптәше лә хәҙер яҡты донъяларҙа юҡ инде. Разия Ғәлиәкбәр ҡыҙы ҡотло йортоноң йылыһын һүрелтмәй ғүмер итә. Шуға балалары ла тыуған өйҙәренә ашҡынып ҡайта.