Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Ноябрь 2018, 02:00

Ауыл хәбәрселәре шылтырата

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! “Торатау” биттәре һеҙҙең өсөн, рәхим итеп хәбәрҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ, борсоулы һорауҙар күтәрегеҙ. “Ауыл хәбәрселәре шылтырата” рубрикаһына ҡыҫҡа ғына хәбәрҙәр алып торорға өмөтләнәбеҙ. Бергә булайыҡ, шатлығын да, көйөнөсөн дә уртаҡлашып йәшәйек.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! “Торатау” биттәре һеҙҙең өсөн, рәхим итеп хәбәрҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ,

борсоулы һорауҙар күтәрегеҙ. “Ауыл хәбәрселәре шылтырата” рубрикаһына ҡыҫҡа ғына хәбәрҙәр алып торорға өмөтләнәбеҙ. Бергә булайыҡ, шатлығын да, көйөнөсөн дә уртаҡлашып йәшәйек.


Гәүһәр ЛАТЫПОВА, Яңы Әптек ауылы:

- Бөгөн мәҙәниәт йортонда премьера - “Тамаша” халыҡ театры Гөлшат Әхмәтҡужина пьесаһы буйынса әҙерләгән “Нисек түҙә был йөрәк?” спектаклен ауылдаштарға тәҡдим итәсәк. Күңел биреп башҡарған эшебеҙ был, ғөмүмән, театр эшендә ике тиҫтәгә яҡын үҙешмәкәр артисыбыҙ ҡатнаша. Әҫәр йылы ҡабул ителер, тип өмөтләнәбеҙ, уның менән күрше ауылдарға ла сыҡмаҡсыбыҙ.



Фәнзилә СОЛТАНБАЕВА, Иҫәкәй ауылы:

- Ошо көндәрҙә Иҫәкәй ауылынан Рәил Солтанбаевты хәрби хеҙмәткә оҙаттыҡ. Һалдат оҙатыу йолаһын иҫкә төшөрөп, егеткә хәйерле юл теләргә бик күп кеше килде. Олораҡ ағайҙар үҙҙәренең элек нисек 2-3 йыл хеҙмәт итеүҙәре тураһында һөйләп, егеткә өгөт-нәсихәттәр бирһә, яңыраҡ хеҙмәттән ҡайтҡандар әлеге һалдат тормошо тураһында уртаҡлашты. Ил-көн имен булып, Рәилдең ауылыбыҙ йөҙөнә тап төшөрмәй, иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуын теләп ҡалдыҡ.



Әсғәт ӨМӨТБАЕВ, Кинйәбулат ауылы:

- Шаршамбы көн “Зөбәржәт” халыҡ театры артистары гастролдәр менән Йәнырыҫта булып ҡайтты. Д. Сәлиховтың “Ҡатын түгел - аждаһа” комедияһын уйнаныҡ. Үҙем Хәйри Фәйриевич ролен башҡарам. Халыҡ күмәк йыйылған, ихлас ҡабул иттеләр, шулай гел йөрөп тороғоҙ тиҙәр. Бынан алдараҡ Түбәнге Әрметтә, Әхмәрҙә булғайныҡ. Рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү көс-дәрт бирә, хеҙмәтеңдең халыҡҡа кәрәк икәнен тояһың.

Саҡырығыҙ, башҡа ауылдарға ла сығыу әмәлен табырға тырышырбыҙ.





Фото: интернет

Читайте нас: