Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Октябрь 2018, 02:00

“Клублы булдыҡ, хәҙер газ кәрәк”, - ти Иҫәкәй халҡы

Кинйәкәй ауылы халҡы менән осрашып, күрешеп, туйғансы һөйләшеп, күңелгә бөтмәҫ дәрт, рухи аҙыҡ алып, дәртләнеп ҡайтҡандың икенсе аҙнаһына уҡ “Торатау” гәзите журналистары үҙ сәфәрен Иҫәкәй яҡтарына юлланы.

Кинйәкәй ауылы халҡы менән осрашып, күрешеп, туйғансы һөйләшеп, күңелгә бөтмәҫ дәрт, рухи аҙыҡ алып, дәртләнеп ҡайтҡандың икенсе аҙнаһына уҡ “Торатау” гәзите журналистары үҙ сәфәрен Иҫәкәй яҡтарына юлланы.


Һөйләшелгән ваҡытта хәбәрсебеҙ Эльвира Әлмөхәмәтованың “ҡорос атын” йүгәнләп, сығып та киттек. Юлда барғанда халыҡ менән ниндәйерәк темаға һөйләшергә, осрашыуҙы нисегерәк башларға тип баш ватҡансы, ҡаланан алып ауылға тиклем ялтырап ятҡан юлдан һә тигәнсе барып та еттек. Клубҡа килеп инеү менән, халыҡ беҙҙе көтәме, осрашыуға килгәндәрме тигән борсолоуҙар, шик-шөбһәләр юҡҡа сыҡты. Урындағы әртистәр сәхнә түренән моңло ла, шаян да йырҙары менән ҡаршыланы беҙҙе. «Торатау» редакцияһы коллективы иғлан иткән «Таҡмаҡ әйтеп кенә бүләкле бул әле!» конкурсы өсөн әҙерләгән фәһемле, бай йөкмәткеле таҡмаҡтарын да тыңлап кинәндек. Ә инде 5-се класс уҡыусыһы Илгинә Алтынбаева һөйләгән “Тыуған ерем” шиғыры журналистар менән халыҡты тоташтырыусы ҡыҙыл еп булды. Ауыл халҡы үҙенең шатлығы, ҡыуаныстары менән уртаҡлашты, гәзит буйынса фекерҙәрен әйтте, көнүҙәк проблемаларын да уртаға һалып ҡалырға ашыҡты. Ибрай, Һарғай, Иҫәкәй ауылдарында йәшәгән пенсионерҙар теге йәки был йомош менән йыш ҡына ҡалаға юлланырға мәжбүр. Ауылдан йыш сығып йөрөмәгән халыҡҡа ярҙам итәһе урынға төрлө социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрендә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең тупаҫ мөғәлләмә итеүҙәренә йөрәктәре әрней уларҙың. Ауыл халҡына йөҙ менән боролоп, ярҙам ҡулы һуҙырҙай кешеләр эшләһен ине ундай урындарҙа тигән изге теләктәрен еткерҙе улар. Ауылда йәштәргә ҡарағанда пенсионерҙар күберәк. Һуңғы ваҡытта Себер тарафтарынан тыуған ауылдарына ҡайтып төпләнеүселәр халыҡ иҫәбен тулыландыра. Шуларҙың береһе Альфред Солтанбаев та осрашыуға килгәйне.


- 20 йыл ҡырҙа эшләнем, пенсияға сыҡҡас, ғаиләм менән ауылға ҡайттыҡ. Йыраҡта йәшәүе еңел булманы. Тыуған ауылға йыш ҡайтып торҙоҡ. Балаларыбыҙ ҙа, үҙебеҙ ҙә бер ваҡытта ла телебеҙҙе онотманыҡ. Ә яратҡан “Торатау” гәзитенән айырылғаныбыҙ ҙа юҡ, - тине ул, беҙҙе шатландырып. Ауылда көн итергә йәштәр өсөн шарттар юҡ тиһәләр ҙә, атай нигеҙен һыуытмай, уға тоғро ҡалып, балалар тәрбиәләп, бына тигән итеп гөрләтеп йәшәгән йәш ғаиләләр ҙә күп икән Иҫәкәй ауылында. Гөлсинә менән Илдар Алтынбаевтар хәҙерге көндә ете бала тәрбиәләй. Сәхнәнән сатнатып шиғыр һөйләгән Илгинә – уларҙың ҡыҙҙары.


- Мин йырларға, шиғыр һөйләргә яратам. Маҡар музыка мәктәбендә хор, фортепиано кластарында шөғөлләнәм, - ти ул.


Ҡасандыр райондың өмөтһөҙ ауылдар 0исемлегенә индерелгән Иҫәкәйҙә ошондай талантлы балаларҙы күргәндән һуң, ауыл киләсәкһеҙ тип әйтеп ҡара!


Бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Тәфтилә Ишмөхәмәтова халыҡты милли матбуғаттан айырылмаҫҡа саҡырҙы:


- Интернет селтәрҙәрҙең көндән-көн үҫеүе, гәзит уҡыусылар һанын кәметеүгә килтерҙе, тип уйлайым. Йәштәр яңылыҡтарҙы телевизорҙан, интернеттан ғына белеп бара. Шулай ҙа беҙ яратҡан гәзитебеҙҙән айырылмайбыҙ. Районыбыҙҙа булған бөтә яңылыҡтарҙы, матур эштәрҙе “Торатау”ҙан уҡып, белеп торабыҙ. Үткән йыл ғына урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса үҙебеҙҙең дә ауыл клубы яңы һулыш алды, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре, ишектәре, иҙән-түшәмдәре алмаштырылып, бинаның эске яғы тулыһынса ремонтланды, - тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты мөғәллимә. Уның һүҙенә клуб мөдире Мәҙинә Алтынбаева ла ҡушылды:

- Ремонт ваҡытында хатта таңға тиклем ҡалып, йыйыштырып йөрөгән ваҡыттар булды. Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне, клуб ысын мәғәнәһендә халыҡтың ял итеү урынына әйләнде.Тик, ни эшләптер, район, республика әртистәре беҙҙең ауылды урап үтә. Ә беҙҙең халыҡ бит йыр, моң ярата. Әртистәр килһә, клубыбыҙ шығырым тулы булыр ине, - тип үҙенең теләген дә белдерҙе ул.


Иҫәкәй клубында китапхана эшләүен дә күреп һөйөндөк. Халыҡты матурлыҡҡа, аң-белемгә өндәп, ауылға ҡот биреп тора был үҙәк. Китапханасы Розалия Мәһәҙиева быйыл эш башлаған. Ғаиләһе менән Стәрлетамаҡтан күсеп ҡайтып, ауыл ерендә төпләнеп бына тигән итеп донъя көтәләр. Эшен яратып башҡарғас, китапхананан да кеше өҙөлмәй. Хатта Ибрай, Һарғай ауылдарынан да киләләр икән. Китап ҡына түгел, матбуғат баҫмалары ла етерлек. Гәзит-журналдар уҡырға яратыусылар ҙа китапхананың йыш ҡунағы.


- Төрлө йәштәгеләр килә. Көндөҙ күберәк балалар була, улар менән ҡыҙыҡлы саралар ҙа ойошторабыҙ. Кисен олораҡ быуын килә. Китапхана бер көн дә буш торғаны юҡ, - тип һөйләне китапханасы.

Иҫәкәй ауылы халҡы йылы, заманса йән өрөлгән клуб өсөн ауыл хакимиәте башлығы Әлфир Әлмөхәмәтовҡа ҙур рәхмәтле.


Маҡарҙан ауылға тиклем түшәлгән асфальт юл да уның тырышлығы һөҙөмтәһе. Хәҙер иҫәкәйҙәрҙең иң ҙур хыялы – ауылдарына газ үткәртеү. Бер-бер артлы ҡалҡҡан яңы йорттарға зәңгәр яғыулыҡ та килһә, ожмахҡа тиң гүзәл тәбиғәтле ауыл тағы ла яңы һулыш алыр, буш нигеҙҙәргә йән өрөлөр ине, ти улар.

Осрашыу барышында халыҡ журналистарға матбуғат баҫмаларына ҡағылышлы һорауҙар бирҙе, яратҡан гәзит биттәрендә өлгөлө ғаиләләр тураһында мәҡәләләрҙең йышыраҡ баҫылыуын, төрлө ҡыҙыҡлы рубрикаларҙың артыуын теләне. Берәүҙәрҙең ҡыҙыҡһынып һәр йома һанында сыҡҡан йондоҙнамәне уҡыуын, икенселәренең ауыл яңылыҡтары менән нығыраҡ ҡыҙыҡһыныуын белдек.


Ҡараңғы төшөп, ҡала уттары йымылдаған ваҡытта ғына ҡайтып инһәк тә, Иҫәкәй ауылы халҡы менән осрашыуҙан алған йылылыҡ, яҡтылыҡ күңелдәребеҙҙе яҡтыртты.





Фото: Резеда Шәнгәрәева.




Читайте нас: