Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Октябрь 2018, 02:00

Рәхмәт һеҙгә, кинйәкәйҙәр!

Гәзит уҡыусың менән бәйләнеш, хеҙмәттәшлек булдырыу, уның күңел талабын аңлап эш итеү – һәр баҫманы ҙурлаған күренеш. Ошо маҡсаттан “Торатау” редакцияһы коллективы бергәләп ауылдарға юл алды ла инде.

Гәзит уҡыусың менән бәйләнеш, хеҙмәттәшлек булдырыу, уның күңел талабын аңлап эш итеү – һәр баҫманы ҙурлаған күренеш. Ошо маҡсаттан “Торатау” редакцияһы коллективы бергәләп ауылдарға юл алды ла инде.


Кинйәкәй ауылы халҡы менән осрашыуға танылған йырсы, “Гәлсәр һандуғас - 2010”, “Башҡорт йыры” телевизион йыр конкурстары лауреаты Айрат Зиннәтовты ла саҡырғайныҡ. Ихласлығы, халыҡсан йырҙары менән тамашасы күңелен арбаған Айрат һис инәлтеп торманы. Районыбыҙ сәхнәләрендә лә уға уңыштар ғына насип булһын! (Әйткәндәй, Айрат күптән түгел Ишембай нефть колледжында эш башланы).

Көткәндәр беҙҙе. Мәҙәниәт йорто етәксеһе Вәлимә Йомағолова гәзитебеҙ иғлан иткән “Таҡмаҡ әйтеп кенә бүләкле бул!” конкурсына дәртле дүрт юллыҡтар әҙерләп ҡуйғандарын да әйтеп өлгөргәйне. Әйткәндәй, улар осрашыуҙың иртәгәһенә үк редакцияның Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмөнә (https://vk.com/topic-23747558_39382580) сығыштарының видеоһын һалды. Бик уңышлы килеп сыҡҡан!


Гәзитебеҙ мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре Гөлнур Дәүләтйәрова, Стәрлетамаҡтағы “Ашҡаҙар” гәзитен етәкләү осоронда ла тыуған районынан, яҡташтарынан бер ҙә айырылмауы хаҡында әйтеп, гәзит уҡыусы менән ошолай күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙең әһәмиәтен баһаланы:

- Гәзит – уҡыусыһы менән көслө, бөгөн ошо ҙур булмаған ауылдың нурлы мәҙәниәт йортонда иң әүҙем, ихлас уҡыусыларыбыҙ йыйылыуын күреп торам, - тине Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙы.


Беҙҙең эштә иң ҡиммәте – гәзит уҡыусы менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу. Уның фекерен, теләктәрен ишетеү. Кинйәкәйҙәр ер-һыу атамаларына, ауылдарҙың тарихына бәйле мәҡәләләр, Мөҙәрис Багаевтың “Булған хәлдәре”н, районыбыҙ эшсәндәренә бағышланған яҙмаларҙы яратып уҡыуҙарын әйтте. Гәзит тә бында ваҡытында ғына килеп тора икән, почтальон Клара Ильясоваға ауылдаштары ла, беҙ ҙә рәхмәтле. Редакция тормошондағы яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы хәлдәр менән уртаҡлашҡан арала Айрат Зиннәтов йырҙары менән ауыл халҡының күңелен арбаны. Штаттан тыш хәбәрсебеҙ Райхана Йәһүҙина менән Айрат ауылдаштар булып сыҡты - Кинйәкәйҙә әбйәлилдәрҙе осраштырҙыҡ әй! Райхана Йәүҙәт ҡыҙының конкурсҡа яҙған таҡмаҡтарының да тәүге тыңлаусылары булдыҡ. Вәлимә Ишбулды ҡыҙы әйтеүенсә, ауылдың мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ветерандар советы татыу, килешеп эшләй. Ауылдаштар бергәләшеп мәсетте төҙөү бөтөү өҫтөндә, был изге эште күмәкләп атҡарып сығырға яҙһын. Йылға урамы халҡы иһә ҙур ваҡиға кисерә, ниһайәт, йорттарына зәңгәр яғыулыҡ керәсәк! Башҡалар был рәхәтлек менән тиҫтә йылдар инде ҡулланғанда, ни сәбәптәндер “онотолған” урам халҡының әйтеп бөтмәҫлек шатлығы был. Осрашыу аҙағында мәҙәниәт йортоноң “Емеш” вокаль ансамбле ауыл халҡының “Торатау” гәзитенән айырылғыһыҙ булыуын шәп таҡмаҡтары менән йөпләп ҡуйҙы!

Шамил әйтә “яҙылам”,

Зилә әйтә “яҙылам”.

“Торатау”ҙы уҡымайса

Төндәрен йоҡлай алмам!

Рәхмәт һеҙгә, ҡунаҡсыл, дәртле кинйәкәйҙәр! Шулай бер-беребеҙҙе күтәреп йәшәйек!



Фото: автор һәм Резеда Шәнгәрәева.






Читайте нас: