Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Октябрь 2018, 02:00

“Торатау”ҙар юлға сыға

Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары, әллә яҙылырға инде, күршенән алып уҡыу уңайһыҙ тип, һаман да “Торатау” менән яҡын, ихлас мөнәсәбәтте һуҙа килгән “ситтән тороп” уҡыусыларыбыҙ!

Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары, әллә яҙылырға инде, күршенән алып уҡыу уңайһыҙ тип, һаман да “Торатау” менән яҡын, ихлас мөнәсәбәтте һуҙа килгән “ситтән тороп” уҡыусыларыбыҙ!


Ошо көндәрҙә ауылдарға сығып, һеҙҙең менән күмәкләп күҙмә-күҙ осрашырға ниәт иттек. Тәүге “десантыбыҙ” Кинйәкәй ауылына – ошо йома, 5 октябрь 15.00 сәғәттә көтөгөҙ беҙҙе, кинйәкәйҙәр! Сараға Алаҡайҙың дәртлеләре лә килеп етер тип өмөтләнәбеҙ. Үҙебеҙ менән танылған йырсы Айрат Зиннәтовты ла алабыҙ! Һеҙҙе йәнле аралашыу, “Торатау” гәзите тарихына, бөгөнгөһөнә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы викторина көтә, иң отҡор, иң әүҙем гәзит уҡыусыны ла асыҡлаясаҡбыҙ. Гәзиткә арнап яҙылған таҡмаҡтар бәйгеһен - “Таҡмаҡ әйтеп кенә бүләкле бул әле!” видеоконкурсын да һеҙҙең менән башлап ебәрмәксебеҙ, кинйәкәй һәм алаҡайҙар! Ижад итә тороғоҙ. Күңелегеҙ асыҡ, клубығыҙ йылы, сәйегеҙ ҡайнаған булһын!

Әйткәндәй, киләһе осрашыуҙы Урман-Бишҡаҙаҡта күҙаллайбыҙ, Биксән тарафтары ла әҙер булһын.
Читайте нас: