Бүләктәр күбәйеп китте әле, һеҙҙе уйнатып һөйөндөрәйек тибеҙ. 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу бара, онотоп ебәрмәнегеҙме? Әле бына "Торатау"лы булыу өҫтөнә шәп бүләк тә ота алаһығыҙ! Ҡалабыҙҙың Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан "Ғаилә" магазины тәҡдим иткән матур сервиз кемегеҙгә эләгер икән? Тәәәк, бының өсөн нимә эшләргә кәрәк, тиһегеҙме? Шарт ябай: "Торатау" гәзитенә арнап таҡмаҡ сығарырға һәм гәзиткә яҙылып ҡуйырға! Таҡмаҡты башҡарып, төркөмгә (
https://vk.com/gazeta_toratay) видео һалаһығыҙ йәки тексын редакция почтаһына (Совет урамы,88,
[email protected]) ебәрәһегеҙ. Гәзиткә яҙылыуығыҙ хаҡында белгертергә онотмағыҙ! (
квитанция фотоһы йә күсермәһе булһын)