Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
25 Сентябрь 2018, 02:00

Сәй кино төшөрөүселәргә китте

Их, шундуҡ дөрөҫ яуабын биреп, уйынды бөтөрҙө лә ҡуйҙы, тип әрләп тә алғайныҡ был егетте. Бөгөн үҙе редакцияға килеп, иғлан ителгән бүләкте - Маҡар урман хужалығы етештергән боланут сәйен ("Иван-чай") алып та китте.

Их, шундуҡ дөрөҫ яуабын биреп, уйынды бөтөрҙө лә ҡуйҙы, тип әрләп тә алғайныҡ был егетте. Бөгөн үҙе редакцияға килеп, иғлан ителгән бүләкте - Маҡар урман хужалығы етештергән боланут сәйен ("Иван-чай") алып та китте.


AskarFilm тип яҙылған текә генә бейсболка кейеп алған... Туҡта, әллә үҙең дә кино төшөрөүселәр араһынанмы, тим. Голливуд йылмайыуы менән ауыҙын йырып ебәрҙе һөйкөмлө егет. Таныш булығыҙ: яҡташыбыҙ, тамырҙары менән Ҡолғона тарафтарынан булған Ишембай егете Рөстәм Усманов - AskarFilm йәғни режиссер Айнур Асҡаров ижади төркөмөнөң рәссам-ҡуйыусыһы.


Әлеге көндә уларҙың М.Кәримдең "Өс таған" әҫәре буйынса фильм өҫтөндә эшләүҙәрен ишембайҙар күреп, белеп тора. Йәйен Торатауҙа, Туғарсалған күле тирәһендә төшөрөлгән кадрҙар булды, әле яңы ғына бер нисә көн Маҡар дауаханаһында съемкалар барҙы. Рөстәм фильмға локациялар, йәғни кадрҙар төшөрөләсәк урындар таба.Һөнәре буйынса автомеханик егет кино донъяһына Стәрлетамаҡ башҡорт театрында эшләүсе еҙнәһе кәңәшен тотоп ылығып киткән.

- Ерҙән фонтан кеүек урғылып аҡҡан шишмә эҙләйбеҙ, Ишембай районында бер нисә урынды кәңәш иттеләр. Хәҙер барып ҡарайым, - ти үҙе, бер ыңғайҙан бүләге артынан да һуғылырға онотмаған. - "Торатау" гәзитенән бүләк отоуға бик тә шатмын, ишеү үҙебеҙҙең Ҡолғона яҡтарында йыйылған болануттан эшләнгән сәй икәнен дә беләм. Яҡташтарҙың кино менән ҡыҙыҡһыныуын, ихтирамын тойҙоҡ. Ә "Өс таған" фильм өҫтөндә эш, Алла бирһә, киләһе йыл көҙгә тамамланырға тейеш.Барығыҙҙан да сәләм еткереп, "кино төшөрөүселәрҙе" Ишембай сәйе менән һыйлармын!


Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.


Читайте нас: