Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
25 Сентябрь 2018, 02:00

«АҒАЙЫҢ БАРҘА, ҠУРҠМАҒЫҘ!..» Байғужа-Этҡол юлын тапағанда ҡыҙҙарҙы шулай тип дәртләндерә торғайным

Беҙ, Байғужа ете йыллыҡ мәктәбен тамамлаған егеттәр һәм ҡыҙҙар, 1955-1956 уҡыу йылында районыбыҙҙың данлыҡлы Этҡол урта мәктәбенең 8-се класына уҡырға килдек.


Һуғыш касафаты әле һаман үҙен һиҙҙертә ине. Китап-дәфтәр кеүек уҡыу кәрәк-ярағы етешмәй. Шуға ҡармаҫтан, 72 бала, “А” һәм “Б” кластарына бүленеп, тырышып-тырмашып уҡыныҡ. Беҙҙән башҡа бындағы мәктәпкә күрше Аҙнайҙан, Хажы, Һайран, Уразбай, Биксән, Әптек, Кинйәбулаттан ҡыҙҙар һәм егеттәр йөрөп уҡыны. Ул ваҡытта уҡыуҙар түләүле булды, йылына - 150 һум, хәҙер ҙә шуға барабыҙ шикелле... Заманы өсөн был бик күп аҡса ине. Атайҙары һуғышта һәләк булған минең кеүек йәтим балаларҙан аҡса түләтмәнеләр. Ағас мәктәп, коридоры тар ғына, кластар бәләкәй, бер бүлмәне таҡта менән уртаға бүлеп уҡыталар. Уҡытыу ике сменала ойошторолғайны. Мәктәптең 8 мейесе бар ине. Уларҙы яғып, балалар килеүенә кластарҙы йылытып өлгөртөргә кәрәк, шулай ҙа ҡыҙҙар шәл ябынып, егеттәр бүрек кейеп ултырған саҡтар ҙа булғыланы, ҡаралар туңып, ручкалар яҙмай ыҙалата торғайны.

Шәрипова Зөһрә инәй, Әйүпова Зөһрә һәм Маннанова Сабира апай кистән утындарҙы турап, иртәнгелеккә әҙерләп ҡуйырҙар ине, үҙҙәре мәктәптә йыйыштырыусы булып та эшләне. Беҙ, егеттәр, Рәхимйән Әйүпов менән Тимербай Әбүбәкиров ағайҙар етәкселегендә Яланғас тауҙан утын әҙерләп алып ҡайта торғайныҡ, бер кем дә зарланманы, баш тартманы. Һәр кеше быны үҙенең намыҫ эше тип ҡараны. Шул арҡала замандаштарым сынығып үҫте, үҙ аллы донъя көтөргә тиҙ өлгөрҙө.

Мәктәптә интернат булмағанлыҡтан, ҡышын фатирҙарҙа ятып уҡыныҡ. Ул ваҡыттарҙа Этҡолда ҡап һуғалар ине. Фатирҙа торғоң килһә – ҡап һуғаһың, ҡайҙа бараһың инде, уныһына ла өйрәнеп алдыҡ.

Беҙ икенсе сменала уҡыныҡ. Этҡолдан ҡайтырға сыҡҡансы ҡараңғы төшә. Ҡыҙҙарҙы ташлап ҡайтып китеп булмай. Класс етәксеһе Мәскүҙә апа: “Риф, бер үк ҡыҙҙарыңды һаҡлап ҡына йөрөт инде”, - тип әйтә торғайны. Оҙон ҡырға килеп етһәк, Ишембайҙың уттарын күреп, йөрәктәргә йән кереп китә. Ҡыш көндәрендә Арҡыяландан үкереп иҫкән көслө елдәр үҙәктәргә үтә ине.


Өйҙә бер көн ҡунабыҙ ҙа, бер аҙналыҡ ризыҡтарыбыҙҙы ҡапсыҡтарға тултырып, йәнә Этҡолобоҙға юлланабыҙ. Ҡайҡалы урман тигән урынға етһәк, ҡыҙҙар: “Риф, ҡысҡырып йырла, ир тауышы сыҡһын”, - ти торғайнылар. Сөнки ул ваҡыттарҙа ошо урында баҙарҙан ҡайтҡан кешеләрҙе юл баҫҡан булғандар. Бүреләр ҙә күп ине. “Ағайың барҙа, ҡурҡмағыҙ!” – тип ҡыҙҙарҙы дәртләндергән булам. Сөнки кеҫәлә үҙем яһаған атыу ҡоралы йөрөтәм.

Алып килгән аҙыҡ аҙна аҙағына етмәй ҙә ҡуя. Директорҙың ҡатыны Сафура апа балаларын ҡараған өсөн аҙыҡ-түлек биреп минең күңелде күрә ине. Атайымдың дуҫы, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Сәхиулла ағай Баһауетдиновтарға ла тамаҡ ялғарға тип кергеләй торғайным. Сөнки Сәхиулла ағай беҙҙең Байғужаныҡы, атайым менән бергә уйнап үҫкән, бергә һунарға йөрөгәндәр. “Атайың Мөхәмәткәрим ағай ауылда беренсе бейеүсе ине. Тышта ниндәй бысраҡ булһа ла, клубҡа килеп кергәндә итеге ялт итеп торор ине”, - тип йыш ҡына үҫмер-егет саҡтарын иҫенә төшөрөп ала ине. “Һин, Сәхи, баланы һүҙ бутҡаһы менән туйҙырма, тамаҡ ялғап алһын”, - тип Мөбәриха еңгә өҫтәлгә саҡырыр ине. Үҙҙәренең балалары күп булһа ла, мине ситкә типмәнеләр, мең рәхмәттәр үҙҙәренә. Урындары ожмахта, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, тар ҡәберҙәре киң булһын.

Этҡол урта мәктәбе 1946 йылда урта белем биреү усағы итеп үҙгәртелә һәм ошо тәбәктә аң-белем таратыу, ауыл, район, республика өсөн төрлө һөнәри кадрҙар әҙерләү үҙәгенә әүерелә. Беҙҙе үҙ эштәренең фанаттары уҡытты. Мәктәпте юҡҡа ғына математиктар мәктәбе тип йөрөтмәнеләр шул. Директор Сисән Мөхәмәтшин көслө рухлы, оҫта етәксе ине. Йәмәғәт башланғысында колхоздың партия ойошмаһын етәкләне. Һыңар ҡуллы булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең менән волейбол уйнап, саңғыла шыуа торғайны. Завучыбыҙ Нәжип ағай Маннанов иһә бик тә көслө математик – Лобачевский ине. 10-сыны тамамлағанда: “Риф, һине көҙгө һынауға ҡалдырам”, - тип мине шелтәләп тә алғайны, баҡһаң, ул миңә экзамендарға нығыраҡ әҙерләнергә ҡушҡан икән.


Класс етәксебеҙ Мәскүҙә Әхмәтйәнова – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, Нәфисә апа Ризуанова – географиянан, Ниса апа Рәхмәтуллина – химия һәм биологиянан, Луиза апа Абыҙгилдина рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Бик етеҙ хәрәкәтле, талапсан, ләкин ғәҙел сифаттары менән айырыла ине Луиза апа. Шуныһын да хәтерләйем: ҙур тәнәфестә оҙон коридор буйлап Луиза апа менән вальс әйләнә инек, ә баянда яңы ғына институт бөтөп килгән физика уҡытыусыһы Кәрим Фәтҡулла улы Шәйәхмәтов уйнай...


Нуретдин Минһаж улы Хәкимов физкультура һәм хәрби хеҙмәт дәрестәренән уҡытты, уҡытыусыбыҙға бөгөн 93 йәш. Хоҙайҙан булып, 100-гә етергә яҙһын! Маһинур апа Ғибаҙуллина ул саҡта китапханасы ине, ул да һау-сәләмәт, Ишембайҙа йәшәй, күрешеп торабыҙ.

8-9-сы кластарҙа экзамендар бирә торғайныҡ, кемдер һынауҙы бирә алмайынса, кемдер уҡыу өсөн аҡса түләй алмайынса төшөп ҡалып бөттөләр. 10-сыны 7 уҡыусы тамамланыҡ: Аҙнайҙан Иҙрис менән Минеғәли, Этҡолдан Марат, Хажынан Фәниә, Әптектән Рәмзиә, Байғужанан Флүрә менән мин.


10-ла уҡып йөрөгәндә Хәкимов ағай миңә: “Тимербулатов, һин спорттың бар төрөндә лә шәпһең, Өфөләге физкультура техникумына бар”, - тип кәңәш бирҙе. Ҡулға аттестат алғас, ир-егеттәребеҙҙе Стәрлетамаҡҡа механизация училищеһына уҡырға ебәрҙеләр. Уҡып бөткәс, “Ударник” колхозында комбайнсы ярҙамсыһы, тракторсы булып эшләнем дә, бер ниндәй әҙерлекһеҙ имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студент булып киттем. Ҡулға диплом алғас, йүнәлтмә буйынса Ишәйгә уҡытырға ебәрҙеләр. Бында эшләгәнемә, йәшәгәнемә һис кенә лә үкенмәйем. Бында мин мөхәббәтемде таптым, балалар үҫтерҙек, уларҙы оло тормош юлына сығарҙыҡ.


Класташтарҙан Иҙрис Ваһапов күп йылдар “Ҡыҙыл Урал” колхозында инженер, хужалыҡ рәйесе, ауыл Советы рәйесе вазифаларында эшләне. Йәшлек мөхәббәте Рәйсәһе менән өлгөлө ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, Этҡолдоң бер йәме булып йәшәйҙәр, Минеғәле Ураҙғолов Уразбай мәктәбендә ғүмер буйы физика-математиканан уҡытты, Миңнуры менән гөрләтеп донъя көтәләр. Марат Абдрахманов бик күп йылдар Өфө сервис институтының физика кафедраһында эшләне, Өфөлә йәшәй. Рәмзиә Баймырҙина Яңы Әптек мәктәбендә химия һәм биологиянан уҡытты. Флүрә Ҡаһарманова Өфө кооператив-ҡулланыусылар техникумын тамамланы, күп йылдар Ишембайҙа сауҙа системаһында эшләне. Тик Фәниә Салауатова ғына яҡты донъяларҙан иртә китте. Иртә тормошҡа сығып, матур итеп донъя көттө ул. Һоҡланғыс ҡатын, яратҡан әсә ине. Йәне йәннәттә булһын.

Класташтар менән осрашып, телефон аша аралашып, һөйләшеп торабыҙ, бер-беребеҙҙең хәл-әхүәлдәрен белешеп, уңыш-шатлыҡтарыбыҙ, ҡайғыларыбыҙ (донъя булғас уныһы ла ҡалдырмай) менән уртаҡлашып торабыҙ.

Бына быйыл Этҡол урта мәктәбен тамамлауға ла 60 йыл булып киткән, бер уйлаһаң, кеше ғүмере бит әй! Осрашырға һөйләшәйек.

Һүҙем аҙағында шуны әйткем килә. Этҡол урта мәктәбендә уҡып, белем, тәрбиә алыуыма ғорурланам. Был бай тарихлы мәктәптең бөгөнгө коллективы ла, байраҡты юғары тотоп, йылдар дауамында булдырылған традицияларҙы дауам итә. Бөгөн дә этҡолдарҙың һәр яҡлап алда булғаны өсөн шатмын!





Редакциянан: Гәзитебеҙҙең алыштырғыһыҙ штаттан тыш хәбәрсеһе Риф Тимербулатовтың редакцияға килтергән һуңғы мәҡәләһе был. Вафатынан 2 көн алда ғына беҙгә килеп, хәбәрҙәрен һөйләп, көлдөрөп, кәйефтәребеҙҙе күтәреп ҡайтып киткәйне ул. Әллә күпме уй-ниәттәре бар ине: “Байыҡ”ҡа барып бейергә, Ишәйҙә Оло йәштәгеләр көнөн бик шәп итеп үткәрергә... Тик өлгөрмәй ҡалды... Мостай Кәрим әйтмешләй: “Арабыҙҙа тик бер кеше юғалды – ниндәй тулы донъя нисек буш ҡалды”. Риф ағайҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә 40 көн тулды. Егеттәрсә йәшәне ул был донъяла һәм егеттәрсә ауҙы... Әйҙәгеҙ, яҡташыбыҙҙы тағы ла бер тапҡыр яҡты уйҙар менән иҫкә алайыҡ. Ул быға лайыҡ.


Читайте нас: