Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Сентябрь 2018, 02:00

Икенсе урын – беҙҙеке!

Башҡортостан журналистарының Көньяҡ район-ара ижади берекмәһенең сираттағы кәңәшмәһе быйыл Ғафури районында уҙҙы. Унда урындағы гәзиттәр эшмәкәрлегенең заман шарттарында өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында һүҙ барҙы, баҫмаларҙың эшенә ентекле күҙәтеү яһалды.

Башҡортостан журналистарының Көньяҡ район-ара ижади берекмәһенең сираттағы кәңәшмәһе быйыл Ғафури районында уҙҙы. Унда урындағы гәзиттәр эшмәкәрлегенең заман шарттарында өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында һүҙ барҙы, баҫмаларҙың эшенә ентекле күҙәтеү яһалды.


Төрлө редакциялар араһында бер нисә тема буйынса ижади конкурстар ҙа иғлан ителгәйне. “Изгелек ҡылыу” номинацияһында “Торатау” гәзите икенсе урын яуланы һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар союзының дипломына, ҡиммәтле бүләккә эйә булды. Егермеләгән редакция араһында ошондай юғары баһаға лайыҡ булыуыбыҙ беҙҙең коллектив өсөн ҙур баһа. Шуға ла шатлыҡлы хәбәребеҙҙе иң элек һеҙгә еткерергә ашығабыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.

Районыбыҙҙа матур-матур эштәр эшләнгәндә, өлгө алырлыҡ кешеләр булғанда, ауылдарҙа һәм ҡалала йәшәү бөркөп торғанда һәм, әлбиттә, беҙҙең гәзитте алдырып уҡыусы дуҫтарыбыҙ булғанда “Торатау” ҙа йәмле, йәнле мәҡәләләре, фотоһүрәттәре менән балҡып сығыр.


ӘЙТКӘНДӘЙ, киләһе йылдың тәүге яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу башланды. Күп һанлы гәзит-журналдар араһында нәҡ беҙҙең баҫманы үҙ итеүселәр бермә-бер артыр, тип ышанабыҙ. “Торатау”ыбыҙҙы бергәләп күтәрәйек, үҙ-ара аралашыу, фекер алышыу, бәхәс ҡороу майҙанына әйләндерәйек. Шатлыҡ-ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашып, хәбәрләшеп торайыҡ. Гәзитебеҙҙең мәртәбәһен тағы ла күтәреү өсөн бергәләп тырышайыҡ, хөрмәтле яҡташтар!



Читайте нас: