Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Сентябрь 2018, 02:00

Гәзит-журналдарға яҙылыу башланды!

1 сентябрҙән Ишембай почтамтының барлыҡ почта бүлексәләрендә, бөтә илдәге кеүек үк, 2019 йылдың тәүге яртыһына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу башланды.

1 сентябрҙән Ишембай почтамтының барлыҡ почта бүлексәләрендә, бөтә илдәге кеүек үк, 2019 йылдың тәүге яртыһына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу башланды.


Йыл аҙағына тиклем Рәсәй почтаһының “Матбуғатҡа яҙылыу” каталогы буйынса гәзит-журналдарға, шулай уҡ урындағы “Торатау” һәм “Восход” гәзиттәренә яҙылырға мөмкин. Бынан тыш, Ишембай почтамты “Изгелек ағасы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһын дауам итә. Уның сиктәрендә теләгән бер кеше Петровск балалар йортона, Салауат балалар йортона, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә гәзит йәки журнал яҙҙырта ала.

Рәсәй почтаһының даими ташламалары ла һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына, Афғанстан һәм Чечнялағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға, беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтарына элемтә хеҙмәттәре хаҡынан 20 процент, махсус баҫмалар яҙҙыртыусы һуҡыр һәм насар күргән граждандарға 100 процент ташлама ҡаралған.


Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ҡул аҡса менән һәм ҡул аҡсаһыҙ ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте ҡала һәм райондың почта бүлексәләрендә, ваҡытлы мутбуғатҡа яҙылыу бүлегендә һәм почтальондарҙан алырға

була. Белешмәләр өсөн телефон: 8(34794)4-23-91.


Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.


Читайте нас: