Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
23 Август 2018, 02:00

Хуш, бәхил бул, Риф ағай!

Гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы Риф Кәрим улы ТИМЕРБУЛАТОВ вафат булды.

Гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы Риф Кәрим улы ТИМЕРБУЛАТОВ вафат булды.


Уның үлеме тураһындағы хәбәрҙе ишеткәс, ышанғы ла килмәне. Әле дүшәмбе көн генә редакцияға килеп, хәл-әхүәлдәрҙе һорашып, мәҡәлә ҡалдырып киткәйне. Зәңгәр төҫтәге спорт кейемендә егеттәрсә баҫып, һәр ваҡыттағыса ҡояштай йылмайып, әллә ҡайҙан уҡ сәләм биреп. Тормошто, кешеләрҙе яратҡан, балаларым, тип йән атҡан, әллә ни саҡлы уй-ниәттәре булған ир уҙаманы ине Риф ағай. Ауылының ғына түгел, район тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәне ул. Ишәй мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булараҡ, күпме йәш-елкенсәктә спортҡа һөйөү тәрбиәләне, уларға тормошҡа аяҡ баҫҡанда ярҙам итте. Йыр-бейеүгә маһир кеше булараҡ, Ишәйҙең генә түгел, район, республика сәхнәләренең биҙәге булды. Хатта тыуған ауылы Байғужала үткән саралар уртаһында ҡайнап өлгөрөр ине. Һуңғы көндәренә тиклем Ишәй ауыл Советының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советын етәкләне. Ундағы дәрт–дарманға, тәүәкәллеккә һәм дыуамаллыҡҡа һоҡланмау мөмкин түгел ине. Гөрләп, дөрләп, янып, үҙ ялҡынында башҡаларҙы ла яндырып йәшәне ул ерҙә. Ана бит нисек итеп ҡарап тора ул беҙгә нурлы йөҙөн балҡытып. Балалары, туғандары, ауылдаштары, яҡташтары хәтерендә лә ул тап ошо һында һаҡланасаҡ. Бәхил бул, Риф ағай!


Читайте нас: