Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
2 Август 2018, 02:00

Еләген йыйҙығыҙ, хәҙер бейегеҙ!

Көтәһегеҙме, дуҫтар? Бигерәк тә #Еләкбеште2018 конкурсында ҡатнашыусылар?

Көтәһегеҙме, дуҫтар? Бигерәк тә #Еләкбеште2018 конкурсында ҡатнашыусылар? Гәзиттең Бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмөндә (https://vk.com/gazeta_toratay) иң күп тауыш йыйыусы кем, редакция ҡайһы фотоны һайланы, тип “шым ғына” белешеүселәр күплегенә ҡараһаң, ысынлап та, конкурстың мәленә тура килтереп үткәрелгәнен әйтеп була. Әлбиттә, бүләк тә шәп – еңеүселәр Радик Юлъяҡшиндың 6 августа Ишембайҙа үтәсәк концертына билет отто!


Шулай итеп, #Еләкбеште2018 конкурсында барлығы 28 кеше ҡатнашты, ә тауыш биреүселәр һаны бер меңдән ашып китте. Иң күп тауышты (241) Этҡолдан Зөлфиә Дусалина йыйҙы! Зөлфиә ханым, редакциянан бөгөн билетты алып, Радик менән концерт мәлендә фотоға төшөп, беҙҙе ҡыуандырырға онотмағыҙ! Арларҙан Резида Ғәлиәхмәтова еңеүсенән саҡ ҡына ҡалышты - 211 тауыш, бер төн йоҡламай, Бәйләнештә селтәрендә туғандар, дуҫтарҙы тағы бер “һелкетеп” алһағыҙ бит инде! Әхмәрҙән Нәзифә Фәйзетдинова (142), Маҡарҙан Алфира Сәғиҙуллина (124), Этҡолдан Хәбирә Рәхмәтуллина (119), Альбина Ишембаева (107) шулай уҡ күп тауыш йыйыусылар рәтендә. Тауыш биреү тамамланғандан һуң төркөмгә Ләйсән Ғаффанова менән Урман-Бишҡаҙаҡтан Асҡар Арыҫланғәлиндан фотолар килде.


Иң әүҙем еләк йыйыусылар Этҡол, Арлар, Маҡар, Әрмет, Ишәй, Кинйәкәй яҡтарынан булып сыҡты, афарин!

Редакция коллективы һайларға тейеш тағы бер еңеүсене билдәләүҙә, ысындан әйткәндә, һорау тыуманы. Килешерһегеҙ, Этҡолдан Гөлдәр Йәрмөхәмәтова ебәргән фотолар затлы журналдарҙы биҙәрлек! Фото авторы кем тиһегеҙме? Ҡыҙы Ләйсән! Яратҡан шөғөлөндә көндән-көн оҫтарған ҡыҙ тыуған ауылы тормошон, тәбиғәтен сағыу ижадында сағылдыра. Һеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтәбеҙ! Ике еңеүсе лә Этҡолдан булған тимәгеҙ, тимәк, был юлы уңыш улар яғында. Ә конкурстар буласаҡ әле, “Торатау”ҙы уҡып, төркөмдө күҙәтеп барығыҙ.
Читайте нас: