Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
23 Июль 2018, 02:00

Егәрлеләр еләктән ҡалмаҫ

Эй егәрлеһегеҙ ҙә инде, дуҫтар! Ялан-ҡырҙарҙы бер итеп еләк йыяһығыҙ! “Бәйләнештә” социаль селтәрендә редакция төркөмөнә #Еләкбеште2018 хэштегы менән һалған йәмле фотоларығыҙҙан хатта хуш еҫе, тәме килгәндәй.

Эй егәрлеһегеҙ ҙә инде, дуҫтар! Ялан-ҡырҙарҙы бер итеп еләк йыяһығыҙ! “Бәйләнештә” социаль селтәрендә редакция төркөмөнә (https://vk.com/gazeta_toratay) #Еләкбеште2018 хэштегы менән һалған йәмле фотоларығыҙҙан хатта хуш еҫе, тәме килгәндәй.


Әүҙемлегегеҙҙе иғтибарға алып, еңеүсене “Торатау” гәзите сайтында http://gazeta-toratay.rbsmi.ru тауыш биреү аша билдәләргә булдыҡ. Ә бүләк хәтәр шәп - Радик Юлъяҡшиндың 6 августа ҡалабыҙҙың “Нефтсе” стадионында үтәсәк концертына билет! Ике еңеүсене билдәләйәсәкбеҙ - тәүгеһе иң күп тауыш йыйыусы булһа, икенсеһе - редакция ҡарамағына иң күңелле, йәйге кәйефле фото авторы. Өҫтөнлөк, әлбиттә, гәзит алдырыусы дуҫтарыбыҙға биреләсәк.


Тауыш биреү ошо аҙна дауамында сайтта бара, оҡшаған фото аҫтына төркөмдә “лайыҡ” ҡуйыу менән генә сикләнергә ярамай. Конкурс һөҙөмтәһен дүшәмбе иғлан итәсәкбеҙ. Йә, кем Радиктың - Элвин Грейҙың концертында бейемәксе?



Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.

Читайте нас: