Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Июль 2018, 02:00

Еләккә - бүләк!

Район халҡы йығылып ятып ер еләге йыя. Баҙарҙа әле уның килограмының хаҡы 180-200 һум тирәһендә тирбәлә.

Район халҡы йығылып ятып ер еләге йыя. Баҙарҙа әле уның килограмының хаҡы 180-200 һум тирәһендә тирбәлә.


Бигерәк тә Маҡар, Тирмән-Йылға, Арлар тарафтарында еләк уңған тип хәбәр итәләр. Баҙарға сығырға ла кәрәкмәй,алдан заказ биреп ҡуялар, өйҙән килеп алалар, ти ошо осорҙоң файҙаһын күрә белгән уңғандар.


Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Әйҙәгеҙ, матур мәлде ҡулдан ысҡындырмайыҡ – һеҙҙән #Еләкбеште2018 хэштегы менән “Торатау” гәзитенең Бәйләнештә селтәрендәге төркөмөнә (https://vk.com/gazeta_toratay) сағыу фотолар көтәбеҙ! Кем, ҡайҙа еләк йыйыуын яҙырға онотмағыҙ. Иң уңышлы фото һалыусыны беҙҙән бүләк көтә!


Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.


Читайте нас: