Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
8 Июль 2018, 02:00

Почтаға барам әле!

8 июль – Рәсәй почтаһы көнө

8 июль – Рәсәй почтаһы көнө


Тормошобоҙҙо почта хеҙмәтенән башҡа күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Гәзит-журналдарға яҙылам тиһәң дә, ниндәйҙер түләүҙәр түләргә кәрәкһә лә, бер ыңғайҙа әллә күпме эште башҡарырға була бында.
Эшебеҙ гәзит менән бәйле булғас, әлбиттә, иң элек Ишембай почтамтының ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бүлегенә индек. Уның етәксеһе Инира Төхвәтуллина әйтеүенсә, 2018 йылдың икенсе яртыһына үҙәк, республика, район гәзит-журналдарына яҙылыу буйынса билдәләнгән план артығы менән үтәлгән. Әле ҡала-район гәзитенә яҙылыу дауам итә. 1 июлдән 10-ына тиклем республикала ун көнлөк иғлан ителде. Ошо ваҡыт эсендә гәзитте каталог хаҡынан 20 процент ташлама менән яҙҙыртырға мөмкин. Тимәк, көндәлек мәшәҡәттәр менән “Торатау”ға яҙылырға онотҡандар гәзитле булырға өлгөрә әле.


Инира Сәхи ҡыҙы икенсе ярты йыллыҡҡа “Торатау”ға яҙылыу буйынса иң күп күрһәткестәргә өлгәшкән почта бүлексәләрен дә атаны. Этҡол почта бүлексәһе 153 дана гәзиткә яҙҙыртҡан, маҡарҙар – 102, үрге әрметтәр һәм һайрандар - 99-ар, әхмәрҙәр - 97, ҡолғоналар – 94, көҙәндәр - 85 дана. Моғайын, бының менән генә сикләнмәҫтәр, гәзит уҡыусылар әүҙемлеге лә һүлпәнәймәҫ, тигән ышаныстабыҙ.


- Хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамдары менән ҡотлайым. Уларҙың эштәре бик яуаплы һәм халыҡҡа кәрәкле. Барыһына ла һаулыҡ, хеҙмәт уңыштары теләйем. Яҡташтарым гәзит алдырһын, уҡыһын, тормошобоҙҙағы барлыҡ яңылыҡтарҙы белеп барһын, тигән теләктәмен, - тине Инира Сәхи ҡыҙы.



Фото: автор.



Фотола: Ишембай почта бүлексәһе начальнигы урынбаҫары Наталья Требухова, 1-се класлы элемтә операторҙары Светлана Волкова, Елена Логинова почтаға килеүселәрҙе һәр саҡ асыҡ йөҙ менән ҡаршылай.
Читайте нас: