Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Июнь 2018, 02:00

Сынаяҡтар ҡыуанышып Ҡыяуыҡҡа киттеләр

Гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында үткәрелгән “Аҙна һайын бүләк” акцияһының был аҙналағы еңеүсеһе лә беҙҙән матур-матур сынаяҡтар алып ҡыуанасаҡ.

Гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында үткәрелгән “Аҙна һайын бүләк” акцияһының был аҙналағы еңеүсеһе лә беҙҙән матур-матур сынаяҡтар алып ҡыуанасаҡ.

Ул - Ҡыяуыҡ ауылынан Әзилә Ҡаҙаҡҡолова. Ошо көндәрҙә үҙен паспорт, ИНН, СНИЛС кеүек документтары менән бүләге артынан килеүен көтөп ҡалабыҙ. “Торатау” гәзитенә яҙылыусылар араһында “Бәхетле авто” уйынында ҡатнашыу өсөн квитанция менән водитель таныҡлыҡтары күсермәләрен йыйыуҙы дауам итәбеҙ. Унда икенсе ярты йыллыҡҡа 6 айға тулыһынса яҙылған һәм шул уҡ ваҡытта автомобилгә идара итеүгә хоҡуҡтары булған һәр кем ҡатнаша ала. Еңеүселәрҙең бүләктәре менән төшкән фотоһы, һәр ваҡыттағыса, гәзитебеҙҙең тәүге битендә донъя күрәсәк. Әүҙемерәк булығыҙ! Квитанцияларығыҙҙы килтереп өлгөрөгөҙ! Бәлки, тап һеҙҙең фотоғыҙ тәүге битте биҙәр?!
Читайте нас: