- Ҡыҙҙарыбыҙ мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәс, саралар хаҡында мәҡәләләрҙе икәүләп уҡыйбыҙ. Ауыл кешеһенә баҫыуҙарҙан хәбәрҙәр, “Ауыл советтарында” тигән рубрика яҡын. Почтальоныбыҙ Әминә Шайморатова ла бик өлгөр. килерен белеп, ҡапҡа төбөндә ҡаршылап торабыҙ “Торатау”ҙы, - ти Кашафетдин Хисаметдин улы. – Үҙебеҙҙең гәзитте алдырмаған кешене йәлләп ҡуям, тормош китек кеүек бит унһыҙ. Яҙылып ҡарағыҙ, тәмен белһәгеҙ, айырылғығыҙ килмәйәсәк, тим.