Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Июнь 2018, 02:00

Бүләктең сираттағыһы кемгә?

Ваҡытлы матбуғатҡа икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылырға ваҡыт бик аҙ ҡалып бара. Кемдәр өлгөрмәгән ашығығыҙ, берүк гәзитһеҙ ҡала күрмәгеҙ.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Ваҡытлы матбуғатҡа икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылырға ваҡыт бик аҙ ҡалып бара. Кемдәр өлгөрмәгән ашығығыҙ, берүк гәзитһеҙ ҡала күрмәгеҙ. Яҙылыу менән квитанцияғыҙҙы беҙгә юллаһағыҙ, бүләк оторға ла өлгөрәһегеҙ әле. Бигерәк тә “Бәхетле авто” уйынында ҡатнашырға теләүселәрҙән квитанция менән водитель таныҡлығының күсермәһен көтөп ҡалабыҙ. Теүәл бер айҙан тимер атты ауыҙлыҡлаған гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ҡыуандырасаҡбыҙ. Матур-матур бүләктәр һеҙҙе көтөп ҡала. Ә беҙ был аҙнаның еңеүсеһен билдәләп китәбеҙ. Ул ҡалабыҙҙың Чкалов урамында йәшәүсе Р.Иҫәкәева. Уға күҙҙең яуын алып торған сынаяҡтар юллайбыҙ. Тиҙ арала һеҙҙе редакцияла көтөп ҡалабыҙ. Бүләк алырға килгәндә паспорт, СНИЛС, ИНН кеүек документтарығыҙҙы ла онотмағыҙ.



Фото: автор.



Фотола: Юрис ағай Ҡолмәнбәтов бүләгенән ҡәнәғәт.
Читайте нас: