Гәзитебеҙҙе уҡыусыларҙың хәтерҙәренә тағы ла бер тапҡыр төшөрәбеҙ: 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы баҫмаларға яҙылыу июнь аҙағына тиклем дауам итә. Баҡса эштәре менән булып яҙылырға онотоп ҡуймағыҙ. Бының өсөн ял көндәре генә бушағандар өсөн дә шатлыҡлы хәбәр еткерәбеҙ. Был шәмбе һәм йәкшәмбе - 23,24 июндә 9 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем “Торатау” һәм “Восход” гәзиттәренә редакцияға ла килеп яҙыла алаһығыҙ. Баҙарға килгәндә лә кереп кенә сығырға мөмкин. Ял көндәре тик һеҙҙең өсөн генә эшләйбеҙ, райондаштар!