Шулай итеп бөгөн тағы ла бер уҡыусыбыҙҙы шатландырмаҡсыбыҙ. Ул Кинйәбулат ауылынан Юрис Ҡолмәнбәтов. Уның өлөшөнә графин менән стакандар сыҡты. Бүләгегеҙ артынан көттөрмәй генә килеүегеҙ һорала. Үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС, ИНН (А4 форматындағы) документтарығыҙ ҙа булһын.
Отошта ҡатнашырға теләүселәргә шуны еткерәбеҙ, һеҙ ҙә өлгөрәһегеҙ әле, тик почта бүлексәһенә барып йәки почтальондар аша баҫмабыҙға яҙылып, “Торатау” гәзите редакцияһына квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәрегеҙ. Бүләктәр аҙна һайын уйнатыла. Еңеүселәрҙе гәзитебеҙҙең беренсе битендә күреп бараһығыҙ. “Аҙна һайын бүләк” акцияһы бөтөүгә “Бәхетле авто” уйыны уҙғарыласаҡ. Унда гәзитебеҙгә икенсе ярты йыллыҡҡа 6 айға йәки бер йылға тулыһынса яҙылған, шул уҡ ваҡытта автомобиль йөрөтөү таныҡлығы булған уҡыусыларыбыҙ ҡатнаша ала. Яҙылған квитанцияғыҙ менән бергә автомобиль йөрөтөүгә хоҡуҡ биргән водитель таныҡлығығыҙҙың күсермәһе лә мотлаҡ кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, был уйын тураһында алдан иҫкәртһәк тә, унда ҡатнашырға теләүселәр һаны бик аҙ әлегә. Ә был, тимәк, һеҙҙең еңеүсе булыуығыҙға мөмкинлекте арттыра ғына. Әйҙәгеҙ, яҙылығыҙ ҙа, беҙгә хаттар юллағыҙ. Хаттарҙы электрон почта аша ла ҡабул итәбеҙ. Юлығыҙ төшһә, редакцияға индереп сыҡһағыҙ ҙа була. Редакция сираттағы еңеүсенең квитанцияһын көтә!