Гәзитебеҙгә яҙылғандарҙы маҡтауыбыҙҙы, бүләктәр менән маҡтаныуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Өс литрлы сәй ҡайната торған сәйнүктең хужаһы Алаҡай ауылынан Мәғүзә Хәбибуллина район гәзитен 45 йыл алдырыуы һәм “Торатау”һыҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмауы тураһында бәйән итте.
- “Торатау”ҙың эстәлеге байыны, төрлөләнде, рубрикалары матур. Йома һаны бай мәғлүмәтле сыға. Шишәмбе һаны килгәнсе рәхәтләнеп уҡыйбыҙ. Бигерәк тә хаҡлы ялдағы элек районда яҡшы итеп эшләгән кешеләр тураһында яҙылыуы оҡшай. Лайыҡлы кешеләр тураһында әле булһа ололап яҙыуҙары, онотмауҙары ҙур мәртәбә. Һорау-яуап, мәктәп, ғаилә темалары ныҡ яҡтыртыла. Бер яңылыҡ та ситтә ҡалмай. Ғөмүмән алғанда халыҡтың мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндерерлек баҫма. “Торатау” гәзите – ул Ишембай районының тәҙрәһе. Уның аша районыбыҙ һәм ҡалабыҙҙың тын алышын күҙәтеп барырға була. Артабан да гәзитебеҙгә юғары бейеклектәр, тиражының йылдан-йыл артыуын теләйем, - тине Мәғүзә Әүхәҙи ҡыҙы.
Ә беҙ киләһе бүләк отоусыбыҙҙың исем-шәрифтәрен атарға ашығабыҙ. Ул Этҡол ауылында йәшәүсе В.Килсурин булыр. Уның үҙенә инселәнгән термокөрөшкәһен кәрәкле документтары (паспорт, СНИЛС, ИНН) менән килеп алыуын көтөп ҡалабыҙ.