Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Июнь 2018, 02:00

Алаҡайҙарға – сәйнүк, килеп алығыҙ берүк!

Гәзитебеҙгә яҙылыу дауам итә. Яҙылыусылар араһында бүләктәр оттороу ҙа туҡталмай.

Гәзитебеҙгә яҙылыу дауам итә. Яҙылыусылар араһында бүләктәр оттороу ҙа туҡталмай. Редакцияла йыйылған бихисап квитанциялар араһынан был аҙнала тағы ла бер уҡыусыбыҙҙы ҡыуандырмаҡсыбыҙ. Ул Алаҡай ауылынан (Мәктәп урамы, 15) М. Хәбибуллина. Уға сәй ҡайната торған сәйнүк тапшырасаҡбыҙ. “Торатау”ҙы уҡый-уҡый рәхәтләнеп тәмле сәйҙәр эсергә яҙһын уға. Бүләк артынан килгәндә паспорт, ИНН (А4 форматындағы), СНИЛС кеүек документтарығыҙҙы онотмағыҙ.
Ҡалыу-Айрыға инселәнгән бүләкте хужаһы килеп тә алды (фотола).
- Минең бүләк отоуыма үҙемдән бигерәк ауылдаштарым ҡыуанды. Гәзит килеү менән һөйөнсөләйҙәр, ҡотлайҙар. Бәләкәй генә ауылға ҙур яңылыҡ булды ул. “Торатау”һыҙ торған юҡ, 20 йылдан артыҡ алдырам. Почтальоныбыҙ Әҡлимә Ғәйнетдиноваға ауылыбыҙ менән бик рәхмәтлебеҙ. Эшенә яуаплы ҡарай, халыҡ менән һәр саҡ уртаҡ тел таба. Гәзиткә яҙылғас квитанциямды ла ул дәртләндереп ебәртте. Ауылдаштарымда ла сәм уянды, яҙылып уйында ҡатнашыу теләге артты. Иремдең юбилейы көндәрендә, уйламаҫтан яратҡан гәзитебеҙҙән дә бүләкле булдыҡ инде, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Рузалия Аҡулова.
Шулай, дуҫтар, һәр бүләк алырға килеүсе аша ауылдаштарының тормошо, гәзитебеҙҙең нисек таратылыуы,
почтальондарҙың эше хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Һеҙ ҙә гәзиткә яҙылып, бүләк
отоп, почтальондарығыҙ хаҡында һөйләп
китә алаһығыҙ. Уйлап ҡараһаң, был
бит гәзит аша рәхмәт әйтеүҙең йәки
ризаһыҙлыҡ белдереүҙең яҡшы бер
юлы. Дуҫтар, һеҙҙе лә редакцияла көтөп
ҡалабыҙ.
Читайте нас: