Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Май 2018, 02:00

Өлөш төштө Ҡалыуға, кәрәк килеп алырға!

“Аҙна һайын бүләк” акцияһының был аҙналағы еңеүсеһе кем булыр икән тип көтәһегеҙме,дуҫтар?

“Аҙна һайын бүләк” акцияһының был аҙналағы еңеүсеһе кем булыр икән тип көтәһегеҙме,дуҫтар?


Ул бәхетле гәзит алдырыусыбыҙ Ҡолғона ауыл Советына ҡараған Ҡалыу-Айыры ауылында йәшәй. Рузалия Аҡҡолованың да ла өлөшөнә төшкән көмөшө – нәзәкәтле сәй сервизы күңеленә хуш килер тип уйлайбыҙ һәм уны бүләге артынан килеүен көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС, ИНН (А4 форматындағы ҙурын) кеүек кәрәкле документтарығыҙҙы лабер юлы алып килергә онотмағыҙ.


Ә киләһе аҙнаның еңеүсеһе тип кемде иғлан итербеҙ? Бүләктәр бихисап, улар ҙа үҙ хужаларын көтә. “Торатау” гәзитенә тағы ла бер ай дауамында яҙылырға була, әммә алданыраҡ килгән квитанцияларҙың бүләк отоу мөмкинлектәре лә күберәк икәнен онотмағыҙ.

Читайте нас: