Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Май 2018, 02:00

“Торатау” менән кәйеф күтәренке!

- Гәзиткә тоғро кешене, уны ҡулға алып уҡыу тәмен белгәндәрҙе яҙылырға артыҡ өгөтләү ҙә кәрәкмәй. Үҙҙәре үк алдан квитанция тултыртып ҡуя, “Торатау”ҙы уҡыһам, кәйеф бүтән, тип тә ебәрәләр, - ти Этҡол почтальоны Әсмә Әлибаева.


Оҙаҡ йылдар почтальон сумкаһынан айырылмаған Әсмә Фәрит ҡыҙы матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың төрлө ваҡыттарын иҫләй. Әммә ҡағыҙ гәзит-журналдарға интернет конкурент заманда тап кешеләр менән ихлас, яҡын аралашҡан почтальондарыбыҙ һүҙе үтә. Әсмә апайҙың районда гәзиткә яҙҙыртыу буйынса иң өлгөр почтальон даны ла ошоно иҫбатлай. Уҙып барған ярты йыллыҡҡа яҙҙыртыуҙа ла этҡолдар башҡалар танауына сирткәйне. Ошо көндәрҙә гәзиттең егәрле уң ҡулдарына рәхмәт әйтә-әйтә, айырым ҡотлап үтеү өсөн ауылдың почта бүлексәһенә һуғылып киттек.


- Ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы яҙылыу осорон – декадникты мөмкин тиклем файҙаланырға тырыштыҡ, ауылдаштарға алдан хәбәр иттек, - ти тәүге ярты йыллыҡта районда иң күп – 197 дана “Торатау” алдырыусы почта бүлеге етәксеһе Гүзәлиә Тимерғәлина. – Ауылдаштарыбыҙ тураһында мәҡәләләрҙе күберәк күрге килә, Ғаилә йылы уңайынан башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ ғаиләләр ҙә күп беҙҙә.


Яҙырбыҙ, әлбиттә! Һеҙ генә, яҡташтар, күрмәй, уҡымай ҡалмағыҙ – “Торатау”ға яҙылып өлгөрөгөҙ!



Фото: автор.


Читайте нас: