Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Май 2018, 02:00

Яҙылығыҙ һәм бүләк отоғоҙ!

“Торатау” гәзитенә яҙылыусылар һаны артҡандан-арта бара.

“Торатау” гәзитенә яҙылыусылар һаны артҡандан-арта бара. Быны редакцияға килеүсе квитанциялар һаны ла иҫбатлай. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, уҡыусыларыбыҙҙы ҡыуандырыуҙан туҡтамайбыҙ.


Шулай итеп “Аҙна һайын бүләк” акцияһының сираттағы еңеүсеһен атар көн дә етте. Ул Әрметрәхим ауылынан Зилә Сафина. Уға яратҡан гәзитенән иҫтәлеккә – бамбук тотҡалы нәзәкәтле сәйнүк. Еңеүсебеҙҙе редакцияла көтөп ҡалабыҙ. Ә әлегә яҙылмағандарға бүләктәрҙең әле күп булыуын һәм улар аҙна һайын бер тоғро дуҫыбыҙҙы шатландырасағын еткерәбеҙ.



Фотола: Ғүмәр ауылында йәшәүсе Ирина Ғиззәтуллинаны отҡан сәй сервизы үҙе барып тапты.



Фото: Рәшиҙә ҒӘЛИМОВА.


Читайте нас: