Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Май 2018, 02:00

Кем күпме яҙҙыртҡан?

Һәр ярты йыллыҡта гәзитебеҙгә яҙҙыртыу буйынса иң әүҙем эшләгән почтальондарҙы билдәләп үтәбеҙ.

Һәр ярты йыллыҡта гәзитебеҙгә яҙҙыртыу буйынса иң әүҙем эшләгән почтальондарҙы билдәләп үтәбеҙ.
Ағымдағы йылдың беренсе яртыһы һөҙөмтәләре буйынса тәүге урын һәр ваҡыттағыса этҡолдарҙа. Байтаҡ йылдар “Торатау”ҙы алдырһындар, уҡыһындар тип янып-көйөп эшләүсе почтальон Әсмә Әлибаева 101 дана гәзиткә яҙҙыртҡан, ғөмүмән, Этҡол почта бүлексәһе буйынса “Торатау” ҙы алдырыусылар – 197. Көҙәндәр ҙә беҙҙең гәзитте уҡыу буйынса әүҙемдәр. Почтальон Әлмира Хәлилова ярты йыллыҡта 83 дана гәзиткә яҙҙыртыуға өлкәшкән. Көҙән почта бүлексәһе буйынса был һан - 140. Маҡар почтальоны Нурсилә Ғәлина өсөнсө урынды биләй, ул 71 кешене “Торатау”лы иткән. Маҡар почта бүлексәһе буйынса гәзитте алдырыусылар һаны – 137. Уларҙан бер аҙ ҡалышып, 65 дана гәзит менән Әхмәр почтальоны Рәмзиә Кәримова (фотола), 63 дана менән Ҡолғона почтальоны Айрат Зәйнуллин килә.
Почтальондарыбыҙ киләсәктә лә һынатмаҫ, моғайын. 20 майға тиклем барасаҡ Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгөндә гәзитебеҙгә арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ. Почта бүлексәләре аша ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы 757 һум 14 тин булһа, һуғыш ветерандары, 1-се һәм 2-се төркөм инвалидтары 692 һум 10 тингә алдыра аласаҡ. “Торатау”ға яҙылыу буйынса конкурс икенсе ярты йыллыҡта ла дауам итә.
Хөрмәтле райондаштар, үҙебеҙҙең гәзиткә яҙылып һәр ҡайһығыҙ почтальондарығыҙға ярышта ярҙам итә алаһығыҙ. Әүҙемерәк булайыҡ, гәзиткә битараф ҡалмай, яҙылайыҡ һәм уҡыйыҡ. Ә киләһе конкурс ҡайһы ауылдың почтальоны ”Торатау”ҙы яҙҙыртыуҙа әүҙем булыуын күрһәтер.
Фото: автор.
Читайте нас: