Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Май 2018, 02:00

Яҙылғандарға – бүләк! Яҙылығыҙ тиҙерәк!

“Торатау” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу башланыуын һәм унда алданыраҡ яҙылғандарҙың бүләк отоу мөмкинлеге лә ҙурыраҡ булыуын тағы бер иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡташтар.

“Торатау” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу башланыуын һәм унда алданыраҡ яҙылғандарҙың бүләк отоу мөмкинлеге лә ҙурыраҡ булыуын тағы бер иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡташтар.


Тәүге аҙналарҙа отторолған бүләктәр хужаларына тапшырыла килә. Уларҙы һеҙ гәзитебеҙ биттәрендә артабан да күрәсәкһегеҙ. Уларҙы ғына ла түгел. Бәлки киләһе номерҙарыбыҙҙың береһендә һеҙҙең дә бүләк тотоп бәхетле йылмайған фотоғыҙ гәзитебеҙҙең тәүге битен биҙәр. Бының өсөн тиҙ арала 6 айға яҙылған квитанцияғыҙҙы беҙгә юллау ҙа етә. Улар тап шулай иткән дә.


Ә бөгөн “Аҙна һайын бүләк” акцияһының 3-сө аҙнаһы еңеүсеһен иғлан итәбеҙ. Ул Әхмәр ауылынан Гөлсәсәк Мәмбәтҡолова. Уға тәғәйенләнгән бүләк - графин менән стакандар. Бүләк артынан килгәндә документтарығыҙҙы (паспорт, ИНН, СНИЛС) алырға онотмағыҙ.



Фото: Әмир СӘФИУЛЛИН.



Фотола: Иң беренсе булып квитанцияһын ебәреүсе Рая Насирова.
Читайте нас: