Редакциябыҙға икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылған квитанциялар, әҙләп кенә булһа ла, килә башланы. Сер итеп кенә әйтәбеҙ, ни тиклем алданыраҡ ебәрәһегеҙ, бүләк отоу мөмкинлеге шул тиклем ҙурыраҡ.
Бүләктәр өс ай дауамында уйнатыла. Квитанциялар килеп тә, был аҙнала бүләк отмағандар, киләһе аҙналарҙағы отоштарҙа ла ҡатнаша. Еңеүселәрҙең исемдәрен һәр аҙна йома һанында гәзит биттәрендә яҡтыртып барасаҡбыҙ. Ә бөгөн “Аҙна һайын бүләк” акцияһының сираттағы еңеүсеһен атайбыҙ. Ул Ғүмәр ауылында йәшәүсе Ирина Ғизәтуллина. Үҙенә инселәнгән матур сәй сервизын редакциянан килеп алһа ла була. Үҙегеҙ менән документтарығыҙ (ИНН, СНИЛС, паспорт) булыуы мотлаҡ.
Шундай уҡ нәзәкәтле сынаяҡтар һәм башҡа бик күп бүләктәр һеҙҙе көтә, хөрмәтле гәзитебеҙҙе уҡыусылар. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына почта бүлексәләренә барып, йәиһә почтальондар аша 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылығыҙ ҙа, квитанциялар күсермәһен беҙгә юллағыҙ. Кем белә, бәлки, сираттағы бәхетле тап һеҙҙер?!