Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Апрель 2018, 02:00

Тәүге бүләк Әптеккә китте

Шулай итеп, дуҫтар, тағы ла бүләктәр таратыр ваҡыт килеп етте.

Шулай итеп, дуҫтар, тағы ла бүләктәр таратыр ваҡыт килеп етте. 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына “Торатау” гәзитенә яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын бүләк” акцияһына үткән аҙнала старт яһалғайны. Бөгөн беҙҙең бүләктәрҙең тәүгеһе үҙ хужаһын тапты ла инде.


Уны билдәләүе ҡыйын булманы. Әптек ауылында йәшәүсе Рая Насырова гәзитебеҙҙә был турала уҡыу менән тиҙ генә почтаға барып киләһе ярты йыллыҡҡа үҙенең яратҡан район гәзите “Торатау”ға яҙыла һалып ҡуйған. Яҙылып ҡына ҡалмаған, ә редакцияға квитанция күсермәһен дә хат менән беҙгә юллаған. Редакциябыҙға иң тәүгеләрҙән булып килеп еткән, әлеге ваҡытҡа берҙән-бер квитанция хужаһына, әлбиттә, тәүге бүләгебеҙ - затлы сәй сервизы! Рая апайҙы бүләге артынан редакцияла көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙ менән (ИНН, паспорт, СНИЛС) документтарығыҙҙы ла алырға онотмағыҙ.
Ә башҡаларға гәзиткә яҙылырға һәм тиҙ арала квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә саҡырабыҙ. Һеҙ ҙә ошондай һәм башҡа бик матур бүләктәр отоуҙа ҡатнаша алаһығыҙ. Акция башланып ҡына тора, беҙҙә бүләктәр күп

һәм улар һеҙҙе көтә!
Читайте нас: