Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Апрель 2018, 02:00

Гәзитле булыуға ни етә!

“Торатау” гәзитенә 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу бара.

“Торатау” гәзитенә 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу бара. Шуны хәбәр итәбеҙ: ҡалала һәм ҡала янындағы ҡасабаларҙа йәшәүселәр редакцияға килеп (Совет урамы, 88-се йорт, 2-се ҡат, 1-се кабинет) квитанция тултырған осраҡта, гәзиткә яҙылыу осһоҙораҡҡа төшәсәк.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм уларға тиңләнгәндәргә, 1-2 төркөм инвалидтарына 6 айға яҙылыу хаҡы 540 һум буласаҡ. Хаҡлы ялдағылар, студенттар һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр гәзиткә 615 һумға яҙыла ала. Эшләгән кешеләргә – 639 һум. “Торатау” гәзитен редакциянан йәки үҙәк район китапханаһының ҡала филиалдарының береһенән килеп алырға теләгән пенсионерҙарға гәзиткә яҙылыу 500 һумға ғына төшәсәк.
Район халҡына почта бүлексәләре аша ярты йылға “Торатау” гәзитенә яҙылыу - 841 һум 26 тин. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм шулай уҡ 1-2 төркөм инвалидтарына - 769 һум 02 тин. Йортҡа килтермәй, абонент йәшниге аша алдырған осраҡта гәзиткә яҙылыу 740 һум 34 тингә төшәсәк.
“Торатау” гәзитенең электрон вариантына яҙылыу хаҡы 528 һум күләмендә билдәләнгән.
2018 йылдың икенсе ярты йыллығына “Торатау”ға яҙылғандар араһында һәр аҙна бүләктәр оттороласағы тураһында яҙғайныҡ инде. Бының өсөн редакцияның гәзиткә яҙылыу бүлегенә квитанция копияһын ғына килтерергә кәрәк.
Ҡәҙерле дуҫтар, әгәр ҙә сәләмәтлек мөмкинлегегеҙ арҡаһында редакцияға юлығыҙ төшмәй тора икән, беҙҙең хеҙмәткәр йортоғоҙға барырға әҙер. Бының өсөн 4-11-80 телефоны аша мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Читайте нас: