Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Апрель 2018, 02:00

Гәзитле булығыҙ

1 апрелдән 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыуҙың төп осоро башланды.

1 апрелдән 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыуҙың төп осоро башланды. Беҙҙең район һәм ҡала халҡы ла Рәсәй почтаһының “Яҙылыу баҫмалары” каталогы буйынса үҙәк, республика баҫмаларына һәм урындағы “Торатау” һәм “Восход” гәзиттәренә әленән үк яҙылып ҡуя ала.


Шулай уҡ «Изгелек ағасы» шәфҡәтлелек марафоны ла дауам итә. Уның сиктәрендә теләгән кеше үҙе һайлаған социаль учреждение адресына (Петровск һәм Салауат балалар йорттарына, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылындағы социаль приютҡа) гәзит-журнал яҙҙырта ала.


Бөйөк Ватан һуғышында, Афғанстан һәм Чечняла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, I һәм II төркөм инвалидтарына элемтә хеҙмәттәре хаҡынан 20 процент, һуҡыр һәм насар күреүсе граждандарға улар яҙҙыртҡан махсус баҫмаларға 100 процент күләмендә ташлама һаҡлана.



Фото: Гөлназ Фәхриева.
Читайте нас: