Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Апрель 2018, 02:00

Их, бүләктәре лә, бүләктәре!

1 апрелдән матбуғат баҫмаларына, шул иҫәптән “Торатау” гәзитенә лә 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына төп яҙылыу осоро башланды.

Ҡәҙерле туғандар,телебеҙҙе ҡәҙерләгәндәр, милләт яҙмышына битараф булмағандар!
1 апрелдән матбуғат баҫмаларына, шул иҫәптән “Торатау” гәзитенә лә 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына төп яҙылыу осоро башланды. Баҫмабыҙҙы алдырыусылар һаны тағы ла ишәйеренә ышанысыбыҙ ҙур. Ҡалабыҙҙағы һәм ауылдарҙағы хәбәрҙәрҙе энәһенән-ебенә тиклем белеп барырға теләгәндәр аҙаҡҡа ҡалдырмай бөгөн үк “Торатау” ға яҙылып та ҡуйыр, моғайын.
Ғәҙәттәгесә, гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр отторасаҡбыҙ. Улар үҙҙәренең эйәләрен редакциябыҙҙа көтөп ята ла инде. Отошта ҡатнашыу өсөн квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен беҙгә ебәреүегеҙ йәки индереп сығыуығыҙ һорала. Матур-матур бүләктәр был юлы кемгә эләгер? Гәзитле лә, бүләкле лә булығыҙ!
Читайте нас: