Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
27 Февраль 2018, 02:00

Егет даны үҙ ҡулында

“Торатау”ҙың Бәйләнештә социаль төркөмөндә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан иғлан ителгән “Егет даны үҙ ҡулында” видеоконкурсын байтаҡ дуҫтарыбыҙ күтәреп алды.

“Торатау”ҙың Бәйләнештә социаль төркөмөндә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан иғлан ителгән “Егет даны үҙ ҡулында” видеоконкурсын байтаҡ дуҫтарыбыҙ күтәреп алды.
Иң беренсе шиғыр ятлап видеоһын һалған Әлиә Шиһапованың ҡул арты еңел булды - рухлы студент ҡыҙыбыҙ артынан башҡалар йәнләнде. Атай-олатайҙарыбыҙҙы илһөйәр байрам менән ҙурлау бер булһа, Интернет селтәрендә туған телебеҙҙе күберәк яңғыратыу ҙа ине маҡсат. Балалар араһында иң кескәй ҡатнашыусыбыҙ 6 йәшлек Камила Мәзитова ине, атаһы ҡыҙының үҙенә шиғыр бағышлауын күреп эй һөйөнгән! Кинйәкәйҙән Яҙгөл Хәйруллина, Ә. Вәлиди исемендәге 2-се БГИ уҡыусылары Искәндәр Шәрипов, Эмир Шаймәрҙәнов, Рамазан Янбаев, Хажынан ағаһына рәхмәт һүҙҙәре юллаусы Айһылыу Дауытова видеолары ла төркөмдәштәр тарафынан ихлас ҡабул ителде. Ә конкурста Әнисә Сөйәрғолова кеүек абруйлы уҡытыусыларҙың, Гөлнисә Хисмәтуллина кеүек сәхнә йондоҙҙарыбыҙҙың ҡатнашыуы үҙе ҙур мәртәбә булды. Һеҙҙең сығыштарығыҙ өлгөһөндә йәш быуын тәрбиәләнә, апайҙар! Алаҡайҙан Зәлиә Ғәйнуллинаның, Ишембайҙан Эльмира Хәсәнованың видеолары иһә күңелдәге иң нескә ҡылдарҙы тибрәтте, улар күптәребеҙ был көндө ир-егеттәребеҙгә әйтергә теләгәнде еткерә белде.
Шулай итеп, конкурс шартына ярашлы, башҡорт шрифтары менән үҙебеҙсә матур итеп яҙылған иң күп (187) комментарий йыйып, илһөйәр шиғыры менән бөгөндән ил сиктәрен һаҡларға әҙер егет булыуын күрһәткән Эмир Шаймәрҙәнов еңеп сыҡты! Үҙе ижад иткән шиғыры менән һөйгәненә иң изге хистәрен юллаған, атай абруйын ҙурлаған Эльмира Хәсәнованы өлкәндәр араһында еңеүсе тип таныйбыҙ. Әйткәндәй, конкурста иң күп ҡаралған видео ла уныҡы булып сыҡты. 2-се класта “5”-ле билдәләренә уҡып йөрөүсе Эмирҙы ҡалабыҙҙағы “ЛЕТО” сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге ғаилә паркына билет менән бүләкләйбеҙ, ә Эльмираны Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясов концертына саҡырыу билеты көтә! Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, дуҫтар, бергә булайыҡ!
Фото: асыҡ сығанаҡ.
Читайте нас: