Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Ғинуар 2018, 02:00

“Бәхетле авто” бәхет өләште

Редакциябыҙҙа “Бәхетле авто” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү сараһы үтте.

Редакциябыҙҙа “Бәхетле авто” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү сараһы үтте.


Бүләк артынан барыһы ла үҙҙәре арғымаҡлаған тимер аттарында килде. Араларында сит ил маркалы Фольксваген Поло менән Шевроле Нива ла, үҙебеҙҙең Лада Гранта менән Жигулиҙың “копейка”һы ла бар ине.


- Минең үҙем кеүек машинам да ҡарт инде, - тип көлдө Петровскийҙан Фәрит ағай Хафизов. Уның ҡарауы әгәрмәскә

тын тултырыу ҡорамалың өп-өр яңы, заманса хәҙер. Компрессорҙың еллеһе эләкте шул Фәрит ағайға. Ә автомобилсе йыйылмаһын күргәс, “прикуривателе” лә бар, яҡшы нәмә, тип ҡуйҙылар, “хәҙер минең яңы машинама ул кәрәкмәҫ инде”, тип йылмайҙы бүләктең хужаһы Ишәйҙән Илшат Сәғҙәтов. Ҡолғонанан Лилиә Фәтиева беҙҙән беренсе тапҡыр бүләк отоуы, коллегаларының да гәзитте алдырып яратып уҡыуы, ауылдаштары араһында “Торатау” бүләген отоусылар һаны артыуы хаҡында һөйләне. “Гәзит сайтында сыҡҡас та уҡ ауылдаштарым ҡотлап өлгөрҙө инде. Беҙҙекеләр отмай тимәҫкә, ә яҙылған квитанцияны ебәрергә генә кәрәк икән, икенсе юлы мин дә ҡатнашам, тиеүселәр ҙә булды”, ти ул. Әңгәмә барышында бүләкләнеүсе уҡыусыларыбыҙ гәзитебеҙ тураһында фекерҙәрен белдерҙе, уй-теләктәрен дә еткерҙе. Уларҙың һүҙҙәренән гәзитте ҡалдырмай уҡып барыуҙары, хатта уның киләсәгенә битараф булмауҙары шатландырҙы. Арларҙан килгән Урал Хисаметдинов гәзитте алдырыу ғына түгел, ҡасандыр үҙенең “Торатау”ҙа сыҡҡан мәҡәлә геройы булыуын да иҫкә алды. Гәзит хеҙмәткәрҙәре ауылдарҙағы үҙенең уҡыусылары менән күҙмә-күҙ осрашыуҙар үткәрһә яҡшы булыр ине, тине ул. Шулай уҡ штаттан тыш хәбәрселәребеҙҙең баҫылған мәҡәләләре лә гәзит уҡыусы тарафынан үҙ баһаһын алды.


Һуңғы ваҡытта квитанцияларын ебәреүсе уҡыусыларыбыҙҙы отош ваҡытында рухи бүләкләүҙе лә ғәҙәт итеп алдыҡ. Бөгөн дә “Бәхетле авто”ла ҡатнашыусылар араһынан ике водителебеҙҙе Стәрлетамаҡ дәүләт драма театрының Ишембайҙа үтәсәк гастролдәре ваҡытындағы спектаклдәренә ике кешелек саҡырыу ҡағыҙҙары менән ҡыуандырабыҙ. Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Ринат Абыҙгилдин 30 ғинуарҙа үтәсәк “Ҡатын түгел - аждаһа!” комедияһын, ә Ишбулды Мөхәмәтов 31 ғинуар “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһын ҡарап кинәнәсәк. Тик тамашаға тиклем саҡырыу ҡағыҙҙарын редакциянан килеп алырға онотмағыҙ.


Шулай артабан да бергә ҡалайыҡ, бер-беребеҙҙе ҡыуандырып йәшәйек, дуҫтар!



Фото: Гөлназ Ишембаева.
Читайте нас: