Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
16 Ғинуар 2018, 02:00

Тағы ла дүрт еңеүсе!

Күптән хәбәр ителеп килгән “Бәхетле авто” отошоноң да һөҙөмтәләре билдәле булды.

Күптән хәбәр ителеп килгән “Бәхетле авто” отошоноң да һөҙөмтәләре билдәле булды.


Конкурс шарттары буйынса отошта ҡатнашыу өсөн “Торатау” гәзитенә 2018 йылға тулыһынса йәки тәүге ярты йыллығына яҙылырға һәм квитанция менән водитель таныҡлығының күсермәләрен редакцияға килтерергә генә кәрәк ине. Барлығы 33 автомобиль йөрөтөүсенән хат алдыҡ. Бүләктәрҙең хужалары лототрон ярҙамында билдәләнде.


Автокомпрессорҙар Петровск ауылында йәшәүсе Фәрит Хафизовтың, Ҡолғона ауылынан Лилиә Фәтиеваның, Арлар ауылынан Урал Хисаметдиновтың өлөшөнә төшһә, автомобилсе өсөн кәрәк-яраҡтар йыйынтығы Ишәй ауылынан Илшат Сәғҙәтовҡа эләкте.


Еңеүселәрҙе редакцияла (Совет урамы, 88, 2 ҡат, 6-сы бүлмә) 18 ғинуар 11.00 сәғәттә көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙ менән документтарығыҙҙы (паспорт, СНИЛС, ИНН) алырға онотмағыҙ.
Читайте нас: