Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр тиҙәр.Һәм юҡҡа түгел. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың дәрт-дарманын самалап ҡарау маҡсатынан ойошторолған “Мобиль репортер” конкурсына килгән видеолар аша районыбыҙҙың төрлө ауыл халҡының кәйефен, берҙәмлеген, уй-ниәттәрен күреп, тойоп булды. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы иһә тағы бер шуны аңларға ярҙам итте – гәзит бәҫен генә түгел, тормош дәртен, ауылдаштар рухын ошондай кешеләр күтәрә.
- Иремде Ҡыш бабай итеп, мәктәп уҡыусыһы Миләүшә Заһиҙуллина Ҡарһылыу роленә кереп, ауылдаштар өсөн иң матур шыршы һайланыҡ тәүге видеола. Иң беренсе булып һалдым да, эй көтәм башҡаларҙың ҡушылыуын, шунан алаҡайҙар, һайрандар “күренде”. Сәмләндергән, яңы һөнәргә өйрәткән конкурс булды минең өсөн, - ти Этҡол ауылынан “Иң халыҡсан репортер” тип танылғанГөлдәр Йәрмөхәмәтова. – Тәүҙә,төшөрөп, кадрҙарҙы рәтләп ҡуйһын өсөн улыма ебәреп торҙом, һуңғыларында үҙем оҫтарғайным инде. Хәҙер һәр саранан, ауылдағы ваҡиғаларҙан шулай видеоархив туплай барасаҡбыҙ.
Байтаҡ йылдар ауыл китапханаһын етәкләгән Гөлдәр Плюр ҡыҙы социаль селтәрҙәрҙә үҙенең оҫталыҡ дәресе менән дә танылғайны – ҡыҙыл эремсек эҙерләргә өйрәткән видеоһын әллә күпме хужабикә үҙенә “һалып ҡуйҙы”. Хәҙер күптәр өҫтәлендә “Гөлдәр өйрәткәнсә эремсек”.Китапханаға килеүселәрҙе шифалы үләндәрҙән сәй менән һыйлаһынмы, ауылдаштарын телебеҙҙе күтәргән рухлы флешмобҡа йыйһынмы, дәртләнеп тотонғас, барыһы килеп сыға. Артабан да шулай эшләргә, йәшәргә булһын, Гөлдәр апай!
“Торатау” гәзите төркөмөндәге дуҫтар баһаһы -“лайк”тар һаны буйынса ла, редакция фекеренсә лә Алаҡай репортерҙары видеоһы лайыҡлы еңеп сыҡты. Ауыл клубы мөдире Зәлиә Ғәйнуллина һәм территориаль йәмәғәт үҙидараһы эшен алып барыусы Сәлимә Герасименко кеүек дәртле ханымдар ҙа бер видеола ғына туҡталып ҡалмай.
- Яңы йыл ҡаршылаған урынды йыл да бергәләп әҙерләйбеҙ. Күл уртаһын ҡар, боҙ менән кәртәләп алдыҡ, хәҙер балалар коньки шыуа ала, биҙәлгән шыршы ла барыһын ошонда саҡырып тора. Халыҡ башланғыстарына ярҙам программаһы буйынса капиталь ремонттан һуң клубыбыҙ асылды. Район хакимиәтенә рәхмәт, ауылдаштар ҙа быға ҙур көс һалды. 2018 йылда ла ошолай берҙәм булырға, тырышлығыбыҙҙың файҙаһын күреп йәшәргә яҙһын, -ти Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы. Афариндан башҡа һүҙ юҡ һеҙгә!
Һайрандар сәләмен, Яңы йыл менән ҡотлауҙарын алып та ҡыуанды яҡташтар – бының Зөлфиә Ғәзизова һәм Әлфирә Ҡаҙаҡҡоловаға рәхмәт! Видео һалыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуһа ла, беҙгә ваҡытында мөрәжәғәт итеп, был эштә “Арис” телекомпанияһы операторы Илһам Солтановтың ярҙамын тойоп, эште аҙағына еткереп ҡуйҙылар.
- Иғтибарлы булғанығыҙ, баһағыҙ өсөн рәхмәт, “Торатау”гәзитенән айыралаһы юҡ! – тине Зөлфиәбеҙҙе лә дәртләндереп.
Конкурс таланттарҙы ла асты – ҡаланан Земфира Әғлиуллинала бала саҡтан һинд бейеүҙәренә ғашиҡ. Апайҙары менән бейеүен сәхнәнән күреү теләге бер беҙҙә генә тыумағандыр. Ә Кинйәкәй уҡыусылары һуң! 2-се класс уҡыусыһы Наҙгөл Хәйруллина ҡойоп ҡуйған дикторҙарсатиҫтерҙәренең ни менән йәшәүе хаҡында бәйән итте. Уҡытыусылары Ильвира Хәсәнованың дәртләнеп эшләүенән дә килә был.
Конкурс тамамланған көн иртә менән редакцияға Байғужанан Рима Ҡорбанғәлиева шылтыра һалды – техник сәбәптәр менән конкурсҡа әҙер видеоларын һалып өлгөрмәгәндәр. Әлбиттә, уны ла төркөмдәштәр иғтибарына ҡуйҙыҡ, спорт буйынса ауыл Советтары араһында район беренселеген алған ауыл биләмәһенә артабан да уңыштар!
Бүләктәр ҙә ҡыҙыҡһындыралыр. Алаҡайҙар яңырған клубҡа электр сәйнүкле, бергәләп бер сәй эсергә тортлы булып ҡайтып китте. Гөлдәрҙә шәхси эшҡыуар Әлфирә Вәлиеванан термос, шулай уҡ “Фаберлик” компанияһы вәкиле Айһылыу Тайсинаның махсус бүләк. Балаларҙың дәртен хуплау ниәте менән күп кенә шиғырҙар, хикәйәләр авторы Айһылыу Вәхитова Кинйәкәй уҡыусыларына бүләк әҙерләште.Шулай уҡ мәҙәниәт бүлегенән яңы йыл тамашаһына билеттар ҙа һөйөндөрҙө. Маҡар ауылынан ветеран уҡытыусы Тамила Абдуллина, тоғро гәзит уҡыусыбыҙ Гүзәл Халиҡова ла редакциябыҙ ойошторған конкурсты юғары баһалап, бүләктәр хәстәрләүҙә үҙ өлөшөн индерҙе. Ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырышыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!
Гәзиткә яҙылып өлгөргәндәргә сер итеп кенә әйтәбеҙ – киләһе йылға конкурстарҙың тағы ла ҡыҙығырағын уйлағанбыҙ. Иҫән-һау яңы йылға аяҡ баҫайыҡ, бергә булайыҡ!