"Торатау” гәзитенең “Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөндә “Мобиль репортер” конкурсын күтәреп алған дуҫтарға, яҡташтарға рәхмәт әйтеп, “Афарин!” тибеҙ. Булдырҙығыҙ!
Этҡол, Алаҡай, Һайран, Кинйәкәй - бына ҡайҙан иң мобиль, иң дәртле репортерҙарыбыҙ! Башҡалар көнләшмәһен, артабан да төрлө конкурстар үткәреп торасаҡбыҙ, һеҙҙән тик әүҙемлек, дәрт булһын. Әйткәндәй, социаль селтәрҙә төркөмдәштәр көндән-көн арта, ете меңгә лә яҡынлайбыҙ! Эйе, видеосюжеттар күберәк тә булыр ине, күптәрҙән кадрҙарҙы ҡуша, теге-был ерен килештерә алманыҡ тигән һүҙҙәр ишеттек. Өйрәнер нәмәләр бар, тимәк, туҡтап ҡалмайыҡ, дуҫтар.
Бер ҡыйынлыҡ менән осраштыҡ бит әле: бөтәгеҙҙе лә бүләкләге килә. Конкурс шарты буйынса иң күп “лайыҡ”ты (100) Алаҡайҙан Сәлимә Герасименко һәм Зәлиә Ғәйнуллина төшөрөп ебәргән видео йыйҙы. Алаҡайҙар ебәргән икенсе видео ине был. Тәүгеһен “Беҙҙең былай йәшәүебеҙ бер ваҡыт ҡына” тип бик мәғәнәле исем аҫтында һалғайнылар. Клубты капиталь ремонтлауға ҡулдан килгәнсә үҙҙәре булышҡан алаҡайҙар, һәр йылдың йолаһы буйынса ауыл уртаһындағы күлдә боҙҙо күмәкләп көҙгөләй ялтыратып, һырғалаҡ та эшләп ҡуйған, шыршыны ла бергә биҙәйҙәр. Ошоларҙың барыһы хаҡында “микрофон” тотоп хәбәр итте репортер Зәлиә Ғәйнуллина. Афарин, лайыҡлы еңеп сыҡтығыҙ!
Ауылдаштарын төрлө сараларға йыйып дәртләндергән, рухландырған Этҡол китапханасыһы Гөлдәр Йәрмөхәмәтова хатта видеолар серияһы төшөрөп ебәрҙе. Этҡолдарҙың яҡташтарға Яңы йыл теләктәре ысындан да байрам етеп килеүен тойорға ярҙам итте. Ул тарафтан тағы бер видео булды – “Иң кәмит видео” авторы тип Земфира Әғлиуллинаны танырға булалыр. Һинд бейеүҙәрен тағы ҡайһы ауыл ханымдары шулай оҫта башҡара?!
Этҡол Ҡыш бабайына Һайрандыҡы ҡушылды, мәҙәниәт йорто мөдире Зөлфиә Ғәзизова һәм китапханасы Әлфирә Ҡаҙаҡҡолова ебәргән видеонан уның күп балалы ғаиләләрҙе, оло йәштәге хөрмәтле ауылдаштарҙы ҡотлауын күреп һөйөндөк.
Конкурсты йомғаҡлап тигәндәй, иң һуңғы видеоны Кинйәкәйҙән алдыҡ. Ауылдың башланғыс мәктәбе балаларына, уҡытыусылары Ильвира Хәсәноваға был эшкә ижади тотоноуҙары өсөн рәхмәт! Уҡыусылар үҙебеҙҙең бәләкәй саҡты – шыршыға бөтә уйынсыҡтар ҡулдан эшләгән замандарҙы иҫкә төшөрҙө.
Редакция коллективы фекерен дә белгегеҙ киләлер. Оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәндән һуң “Иң халыҡсан репортер” тип Этҡолдан Гөлдәр Йәрмөхәмәтованы таныныҡ! Иң беренсе видео ебәреүсе лә, бөтә ауыл халҡынан тиерлек ҡотлау йыйыусы ла ул булды. Шулай итеп, кесаҙна, 27 декабрь, 15.00 сәғәттә ошо дүрт ауылдан видео ебәреүселәрҙе редакцияла көтәбеҙ. Бүләктәр менән фотоға төшөп, “Торатау”ҙың Яңы йыл һанын биҙәргә әҙер булығыҙ.