Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Декабрь 2017, 02:00

Видеоға төшөр ҙә ебәрә һал!

Бынан теүәл ике аҙна элек иғлан иткән “Мобиль репортер” конкурсын да йомғаҡлар ваҡыт етеп килә – дүшәмбе 25 декабрь еңеүселәрҙе билдәләйәсәкбеҙ!

Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, “Торатау”ҙың “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмө яңылыҡтарын ҡарап барыусы дуҫтарыбыҙ!
Бынан теүәл ике аҙна элек иғлан иткән “Мобиль репортер” конкурсын да йомғаҡлар ваҡыт етеп килә – дүшәмбе 25 декабрь еңеүселәрҙе билдәләйәсәкбеҙ! Йәкшәмбегә - 24 декабргә тиклем эштәр ҡабул ителә әле, тимәк, ошо ял көндәре ижад ҡомарын эшкә ҡушып, дәртле ауылдаштар менән бергә матур, фәһемле, ниндәйҙер яңылыҡ еткергән видеояҙмалар төшөрөп ебәрергә өлгөрә алаһығыҙ.


Күреп тораһығыҙ, Этҡол, Алаҡайҙан видео ебәреүселәр ҡабаттан велосипед уйлап табып ултырмаған – ниндәй дәрттәр менән йәшәйҙәр, нимәгә маһирҙар, шуны телефонға төшөрөп, нисек бар шулай һалғандар. Афарин!


Алдан һөйләшкәнсә, лайк-лайыҡтар һаны буйынса еңеүсене төркөмдәштәр үҙҙәре билдәләшһә, “Иң халыҡсан

репортер” исеменә лайыҡ видеоны редакция коллективы бергәләп хәл итмәксе.


Ә бүләктәр шәп, төрлө буласаҡ!

Фото: асыҡ сығанаҡ.
Читайте нас: