2018 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын - бүләк” уйынында еңеүселәр исемлеген Маҡар ауылында йәшәүсе Вәлиева Эльмира (графин менән стакандар йыйылмаһы) менән Яңы Әптек ауылынан Йәғәфәрова Шәмсиә (заманса салат һауыттары) тамамлай. Уларҙы документтары (паспорт, СНИЛС, ИНН) менән редакцияла көтөп ҡалабыҙ. Ә быйылға бүләк отоштарын киләһе аҙнала “Бәхетле авто” йомғаҡлаясаҡ. Күптәр түҙемһеҙләнеп көтөп алған “Бәхетле авто” акцияһында ҡатнашырға теләүселәрҙән гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанциялары менән праваларының күсермәһен 21 декабргә тиклем ҡабул итәбеҙ. Быйыл “тимер ат” хужалары өсөн бик кәрәк булған «Tornado», «Airline», «Turbo» компрессорҙары һәм “Ҡышҡы ярҙам” автомобилсе йыйылмаһы уйнатыласаҡ. Гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ килһә, беҙҙән айырылмағыҙ, дуҫтар!