Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дуҫтар, 10 декабргә тиклем ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө бара. Шуға тиклем гәзит-журналдарға ташламалы хаҡ менән яҙылып ҡалырға онотмағыҙ.
Яҙылғас та квитанцияларығыҙҙы редакцияға индереп сыҡһағыҙ, бүләк отоу мөмкинлеге лә буласаҡ. Гәзиткә яҙылыусылар араһында автомобиль йөрөтөүселәр булһа, квитанция күсермәһе менән бергә праваларының да күсермәһен килтерергә тейеш. Улар тиҙҙән уҙғарыласаҡ “Бәхетле авто” уйынында ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Ә бөгөн гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр отоусылар исемлеге тағы ла артты. Был аҙнала бәхет ҡояшы бына кемдәргә йылмайҙы. Этҡол ауылында йәшәүсе С.Аҫылғужинаға бамбук тотҡалы сәйгүн, ә Көҙән ауылынан Сулпан Мырҙабаевҡа көрөшкәләр йыйылмаһы эләгәсәк. Бүләктәрҙе документтарығыҙ (паспорт, СНИЛС, ИНН) менән редакциянан килеп алырға онотмағыҙ.