Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Декабрь 2017, 02:00

Телефон, планшетыңды эшкә ҡуш!

Алда торған ҙур байрамды, яңы йылға мәж килеп әҙерләнгән мәлдәр хаҡында иҫтә тотоп, ”Торатау” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә «Мобиль репортер» конкурсын иғлан итәбеҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар! Алда торған ҙур байрамды, яңы йылға мәж килеп әҙерләнгән мәлдәр хаҡында иҫтә тотоп, ”Торатау” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә «Мобиль репортер» конкурсын иғлан итәбеҙ!
Һәр кемебеҙҙә телефон, видеокамера заманында районда, ҡалала булып торған матур, ҡыҙыҡлы, фәһемле ваҡиғалар менән уртаҡлашыу бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Әйҙәгеҙ әле, ҡул аҫтындағы шул әйберҙәрҙе эшкә ҡушырға йыбанмайыҡ. Социаль селтәрҙәрҙе сүп менән түгел, Ишембай яңылыҡтары, үҙебеҙҙекеләрҙең эштәре менән тултырайыҡ, ризаһығыҙмы? Улайһа, һеҙҙән төркөмгә (https://vk.com/gazeta_toratay) ҡыҫҡа ғына видеолар һалыуығыҙҙы көтәбеҙ – шыршы биҙәйһегеҙме, клубта дәртләнеп репетициялар үткәрәһегеҙме, әллә ғаиләгеҙҙә берәй ҙур ваҡиға булғанмы – уртаҡлашырға тартынмағыҙ!
Еңеүселәрҙе декабрь аҙағында бер түгел өс номинацияла билдәләрбеҙ, тип торабыҙ: «Иң халыҡсан репортер», «Иң көнүҙәк проблеманы асыусы репортер» һәм «Иң кәмит репортер». Ә бүләктәр бик матур, яңы йылса буласаҡ!
Үҙебеҙсә күҙаллап та алдыҡ: берәүебеҙ иң беренсе булып этҡолдар видео ебәрәсәк ти, икенсебеҙ, маҡарҙарҙың ҡыйыулығын билдәләй, ә өсөнсө яҡ, Алаҡайҙа иң әүҙем халыҡ йәшәй, ти. Ҡарап ҡарайыҡ әле!

Фото: асыҡ сығанаҡ
Читайте нас: