Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Декабрь 2017, 02:00

Ун көнлөктә арзаныраҡҡа яҙылып ҡал!

2018 йылдың беренсе яртыһына Рәсәй почтаһы баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк 10 декабргә тиклем дауам итә.

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! 2018 йылдың беренсе яртыһына Рәсәй почтаһы баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк 10 декабргә тиклем дауам итә. Ошо осорҙа гәзит-журналдарға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға ашығығыҙ, дуҫтар!
Ташламанан файҙаланып, йортона район гәзите һәм республика баҫмалары килеүен хәстәрләп ҡуйғандар һәр яҡтан ота. Гәзиткә яҙылыу менән “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған бүләк отошта ҡатнашыу өсөн беҙгә квитанция күсермәһен дә ебәрергә онотмағыҙ. Адресыбыҙ: Совет урамы, 88, 2-се ҡат, 1-се бүлмә. Электрон почта адресы: [email protected].
“Торатау” гәзитенә яҙылыу хаҡтары түбәндәгесә:
Почта аша яҙылған район һәм ҡала халҡы өсөн алты айға яҙылыу 754 һум 14 тин, бер йылға – 1384 һум 72 тин. Бөйөк Ватан һуғышы ветарандарына, I һәм II төркөм инвалидтарына алты айға 692 һум 10 тин, бер йылға 1254 һум 63 тин. Редакцияға килеп яҙылған ҡала халҡына алты айға яҙылыу 639 һум , бер йылға 1170 һум. Ҡалала йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, I һәм II төркөм инвалидтарына алты айға 540 һум, бер йылға 996 һум, пенсионерҙарға, студенттарға һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә алты айға 615 һум, бер йылға 1122 һум.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас: