Был аҙнаның тағы ла дүрт еңеүсеһен атарға әҙербеҙ. Маҡар ауылынан Аллабирҙина Әлфиәнең өлөшөнә салат һауыттары, ә Үрге Әрметтән Ғизетдин Фәтҡуллиндың бәхетенә көрөшкәләр төштө. Шулай уҡ йырлы-моңло бүләктәребеҙ ҙә бар. Тирмән-йылға ауылынан Флүзә Вәлиева менән Маҡарҙан Зөлфирә Таһироваға Иҙел Нурғәлиндың 7 декабрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк концертына икешәр кешелек саҡырыу ҡағыҙҙары эләгә. Бүләктәрегеҙҙе ошо көнгә тиклем килеп алыуығыҙ һорала. Үҙегеҙ менән документтарығыҙҙы алырға онотмағыҙ (ИНН, СНИЛС, паспорт).