Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
28 Ноябрь 2017, 02:00

Әхмәрҙәр гәзитте көтөп ала

2017 йылдың икенсе яртыһына “Торатау” гәзитенә яҙылыу һөҙөмтәләре буйынса Әхмәр почта бүлексәһе лә еңеүселәр исемлегендә.

2017 йылдың икенсе яртыһына “Торатау” гәзитенә яҙылыу һөҙөмтәләре буйынса Әхмәр почта бүлексәһе лә еңеүселәр исемлегендә.
Бүлексә начальнигы Регина Ильясова менән почтальондар Рәмзиә Кәримова һәм Альбина Мәүлетҡолованы эш мәлендә тап иттек.
Әлеге көндә Әхмәрҙә 70 йорт “Торатау”ҙы алдырһа, Ҡанаҡайҙа гәзит 48 өйгә килә. Бөгөн тоғро уҡыусыларыбыҙ киләһе йылда ла гәзитле булыу хәстәрен күрә.
Әхмәрҙәрҙе гәзитле итеүҙә почтальон Рәмзиә Кәримованың да өлөшө ҙур. Ул 28 йыл инде почтальон йөгөн тарта. Почта хеҙмәткәрҙәренең эшенә ҡарата ауылдаштары тарафынан йылы һүҙҙәр ишеттек.
- Гәзитте ваҡытында килтерәләр, ҡәнәғәтбеҙ. Килмәйерәк торһа, үҙебеҙ шылтырата һалабыҙ, - ти “Торатау”ҙың күп йылдар тоғро дуҫы Нәҡиә Ибраһимова.
Редакциябыҙҙы гәзит уҡыусылар менән бәйләүсе почтальондарға киләсәктә лә уңышлы эш теләйбеҙ.



Фотола: Почтальон Рәмзиә Кәримова менән почта бүлексәһе начальнигы Регина Ильясова “Торатау”ҙың яңы һанын иң элек үҙҙәре уҡып сыға.


Фото: автор.
Читайте нас: