Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Ноябрь 2017, 02:00

Яҙылығыҙ ҙа, бүләк отоғоҙ!

Редакцияла гәзитебеҙгә киләһе йылға яҙылыуҙы иҫбатлаусы квитанциялар күбәйгәндән-күбәйә бара.

Редакцияла гәзитебеҙгә киләһе йылға яҙылыуҙы иҫбатлаусы квитанциялар күбәйгәндән-күбәйә бара. Уларҙың көн дә артыуы, бигерәк тә “Бәхетле авто” уйынында ҡатнашырға теләүселәрҙең дә әүҙемләшеүе шатландыра.


Бүләкләнеүселәр ҙә үҙҙәренең исемдәрен гәзит битендә күреү менән бүләктәрен килеп алып ҡына торалар. Афарин, шулай булырға кәрәк. Тик бүләк тип ҡабат-ҡабат йөрөмәҫ өсөн документтарығыҙҙы тулыһынса (паспорт, СНИЛС, ИНН (ҙурын А4 форматтағыһын) килтерергә кәрәк. Юғиһә, бүләктәрегеҙҙең бер ни тиклем ваҡыт көткәндән һуң икенсе кешегә юлланыуы ла ихтимал.


Гәзитебеҙгә яҙылған тоғро дуҫтарыбыҙға бүләктәр таратыуҙы дауам итәбеҙ. Беҙгә килгән квитанцилар араһынан был аҙнала бына кемдәргә бәхет йылмайҙы. Әхмәр ауылында йәшәүсе Шәһиҙә Ғәйетҡолованың өлөшөнә матур көрөшкәләр, ә “Нефтсе” совхозынан Ғөбәйҙуллина Гөлдәргә заманса салат һауыттары төштө.


Бүләктәребеҙ бының менән генә тамам түгел әле. Тағы ла ике бүләк - 28 ноябрҙә ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һарайында үтәсәк популяр йырсы Гөлфиә Шәүәлиеваның йырлы-моңло концертына ике кешелек саҡырыу ҡағыҙы. Был музыкаль бүләктәр ҡаланың Чкалов урамы, 22 йортонда йәшәүсе Рәйсә Минеғолова менән Яңы Әптек ауылынан Вараҡа Ғәләүетдиноваға эләкте. Уларҙың бүләктәре артынан 27-һенән дә һуңламай килеүҙәре һорала.



Фотола: Сәлих ауылынан Айгөл Ибраһимова «Торатау»ға яҙылмай ҡалғаны юҡ.


Фото: автор.
Читайте нас: